“Үлемһеҙ полк”тың яңы шарттары12.04.2016
“Үлемһеҙ полк”тың яңы шарттары “Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте “Еңеү ирекмәндәре” ойошмаһы һәм “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә акция үткәрә.

Ошо көндәрҙә хәрәкәттең Интернет селтәрендәге сайтында “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар өсөн ғариза биреү өлгөһө барлыҡҡа килде. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғанығыҙҙың фотоһын ебәрһәгеҙ, уны Георгий таҫмаһы менән биҙәлгән А4 форматындағы портрет рәүешендә кире алыу мөмкинлеге бар.
Анкетала исем-шәрифегеҙҙе, почта адресығыҙҙы, йәшәгән ерегеҙҙе, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрҙе күрһәтеү шарт. Ғаризалар 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ фотоһүрәтте үҙегеҙгә еткереү ысулын һайларға кәрәк (заказлы йәки ябай хат). Фотоны Рәсәй почтаһы үҙе баҫтыра һәм абоненттарға еткерә. Акцияла Башҡортостан, Дағстан республикалары, Липецк, Ростов, Рязань өлкәләре, Ставрополь крайы, Санкт-Петербург ҡалаһы ҡатнаша.


Вернуться назад