Тәжрибәле, абруйлы һөнәрмәндәр кәрәк12.03.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов судьяларҙы тәғәйенләүҙә асыҡлыҡты тәьмин итеү мөһим тип һанай. Был турала ул республиканың солох һәм район (ҡала) судтары судьяларының 2011 йылғы эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.
— Башҡарма, закон сығарыу һәм суд властары — барыбыҙ ҙа республика граждандары мәнфәғәтендә хеҙмәт итергә, бер үк ваҡытта дәүләт әһәмиәтендәге мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Халыҡтың үҙ хоҡуҡтарының яҡланыуына ышанысы, ҡануниәткә ҡарата ихтирамы, илебеҙҙең демократик дәүләт булараҡ абруйы күп яҡлап һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә бәйле.
Төбәктәге Суд департаменты идаралығының мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр район (ҡала) судтары һәм солох судьялары ҡарамағына 30 меңдән ашыу енәйәт, 500 мең самаһы гражданлыҡ һәм 150 мең тирәһе административ хоҡуҡ боҙоу эше тапшырылған. Һәр федераль судья айына 60-ҡа яҡын эш менән шөғөлләнһә, солох судьяһына 258 документ тура килә.
Республика башлығы әйтеүенсә, шул уҡ ваҡытта граждандарҙың судтарға дәғүәһе етерлек. Былтыр ғына ла халыҡтан федераль һәм солох судьяларының эшмәкәрлегенә йәки битарафлығына бәйле мең ярымдан ашыу ялыу ҡабул ителгән.
— Кешеләр эштәрҙе ҡарау ваҡытының билдәләнгән сикте үтеп китеүенә, суд ҡарарҙарының үтәлмәүенә, суд ултырыштарындағы тәртипкә зарлана. Өҫтәүенә судьяларҙың һәм суд хеҙмәткәрҙәренең һөнәри, шәхси сифаттарына дәғүәләр бар. Был бер ниндәй ҡалыпҡа һыймай, — тине Президент.
Республика етәксеһе судьялар тәғәйенләүгә йәмәғәт контроленең яңы ысулдарын булдырыу тураһында уйланырға саҡырҙы. “Төрлө төрҙәге һәм кимәлдәге судья вазифаларына иң лайыҡлы, әҙерлекле кандидаттар үтеүе мөһим, — тине Рөстәм Зәки улы. — Улар тәжрибәле, квалификациялы, исеме тапланмаған һөнәрмән булырға тейеш. Төп шарт — судьяларҙың статусы тураһында ҡануниәттә билдәләнгән талаптарға яуап биреү, ә туғанлыҡ һәм әшнәлек түгел”.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад