Кем ике йөҙлө?08.04.2016
Бөгөн ҡаланың мәҙәниәт һарайында концерт була. Әле тамаша башланырға байтаҡ ваҡыт бар. Сабит менән бина алдында тәмәке көйрәтәбеҙ. Ишек быяла булғас, эстә үтеп-һүтеп йөрәгәндәр үтә күренеп тора. Шул мәл Сабиттың күҙенә танышы салынды.
– Ҡара әле, анау Морат йөрөп ята лабаһа! – тине ул. – Килештереп галстук тағып алған! Шуны яратмауым. Йүнһеҙ кеше ул! Ике йөҙлө.
Сабит танышын яманланы ла яманланы. Имеш, ул тегеләй, ул былай, донъяла унан да алама әҙәм юҡ... Күп тә үтмәй, теге ир беҙҙе күреп ҡалды ла яныбыҙға сыҡты. Сабит ауыҙын йырып, ҡоласын йәйеп, уны ҡосаҡлап алды:
– О-о-о, кемде күрә-ә-ә-ә-м! Мора-а-ат! Сәләм, дуҫ! Хәлдәр нисек? Үҙеңде күптән күргән юҡ. Исмаһам, килеп тә сыҡмайһың!
Тәнәфестә улар кафела ултыра ине…