“Ярлылыҡ”08.04.2016
“Стенка”лар сыға башлаған мәл. Ул саҡта стена буйын тотош ҡаплап торған ошо йыһазы булған кеше бай, хәлле һаналды. Бәғзеләр “уларҙың стенкаһы бар” тип ауыҙ тултырып һөйләр ине. Көндәрҙең береһендә “Рәмистәр ҙә алған икән” тигән хәбәр ишетелде.
Быға айырыуса ике туған һеңлеһе Гөлнараның ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.
– Кит, булмаҫ, – тине ул.
– Ысын! Үҙем күрҙем!
Был хәбәр Гөлнараның тыныслығын урланы. Ул ирен игәргә кереште:
– Нисек инде улар алғанды беҙ һаман алмағанбыҙ! Ысын булһа, әҙәм ыстрамы! Кит, һинең дә ир булып йөрөүең! Мысыр хәйерсеһе!
Яңылыҡтың дөрөҫлөгөнә үҙ күҙҙәре менән инанырға китте ҡатын ағайҙарына. Ысынлап та, ялтлап торған теге шкафтар уларҙың өйөн йәмләп ултыра ине. Матур итеп ҡатлы-ҡатлы китаптар теҙеп ҡуйылған. Ҡатын шкафтарҙы асып-асып ҡараны. Унан:
– Ни эшләп алыуын алғас уны анау Насиптарҙыҡы һымаҡты алманығыҙ?! Был әллә нисегерәк һымаҡ, – тине.
– Беҙгә ошоноһо оҡшай, – тине еңгәһе.
– Мин тегендәйен алыр инем.
Ҡайтҡанда урамда осраған һәр кешегә Гөлнараның һүҙе бер ине:
– Бынау ағайым менән еңгәмде йәлләп килеүем әле. Бигерәк ауыр йәшәйҙәр инде. Эй, Алла, “стенка” алған булғандар ҙа эсен китап, журнал менән тултырғандар. Йә, һантыйҙар! Кем “стенка”ға теләһә нәмә тыға инде?! Исмаһам, бер бөртөк йүнле һауыт-һабаһы булһасы! Кеше бит хырусталь һауыттар, алтын, көмөш ялатылған ҡалаҡтар ҡуя. Ә улар… Был тиклем дә ярлы булырҙар икән!


Вернуться назад