Ауырыу менән сәләмәт08.04.2016
– Дәвление йонсота бит, дәвление!
Миңләхмәт ағай ғүмере буйы ҡан баҫымының юғары булыуына зарланды. Бригадир колхозға эшкә ҡушһа ла, ошо һүҙҙе доға урынына ҡабатланы:
Эй, ҡустым, үҙең беләһең, дәвление бит минең. Бынау эҫелә яланда түгел, өйҙә көскә йөрөйөм. Сәләмәтлегем булһа, йүгереп йөрөп эшләр инем дә, юҡ шул, юҡ, Хоҙай һаулыҡты мыҫҡаллап ҡына биргән. Һис кенә лә рәтем юҡ бит. Әллә бөгөн үләм, әллә иртәгә, тигәндәй. Үлеп-фәлән китһәм, балаларым йәл. – Ағай еңе менән әллә булған, әллә булмаған күҙ йәшен һөртөп ала.
Уға ҡатыны Мәхмүзә апай ҡушыла:
– Эй, ошо Миңләхмәтемдең һаулығы булманы инде. Уға эҫе ярамай шул. Һис кенә лә таҙалығы юҡ.
Мәхмүзә апай ирен колхозда түгел, өйҙә лә эшләтмәй әле. Йорт тирәһендә мал-тыуарҙы һеперелеп үҙе ҡарай. Бесәнгә барғанда бабайы аш-һыу ҡараштыра, ә ул балалары менән үләнен дә саба, үҙе йыйып, кәбәнен дә ҡоя. Бабайына һәнәккә тотонор әмәл юҡ, күреп ҡалһа, сат йәбешә.
– Үҙем, үҙем! Нимә эшләйһең ул?! Үлергә итәһеңме? Һиңә ярамай!
Миңләхмәт ағай дауаханала ла йыш-йыш ятып сыҡты, шифаханаларға ла барғыланы. Саҡ ҡына сөскөрә, йүткерә башлаһа, ҡатыны йә теге, йә был дарыуын килтереп сығарҙы:
– Бабай, мә, ошоно эсеп ебәр әле! Бирешеп ҡуйма! Әйттем бит үҙеңде ҡарап йөрө тип. Хас та бала-саға һымаҡ ҡыланаһың.
Балалары үҫеп, ҡырға таралышҡас, бөтә донъя мәшәҡәте Мәхмүзә апайҙың үҙенә ҡалды. Һыуҙы йылғанан ташыны, малдан да өҙөлмәне.
Ваҡыт үтә бирҙе. Ғүмере табип тип йөрөмәгән Мәхмүзә апай етмеше лә тулмаҫ элек үлеп ҡалды. Ә Миңләхмәт ағаймы? Ошо көндәрҙә генә уға йөҙ ҙә биш йәш тулды. Үҙ аяғында, үҙ аяғында йөрөй әле, шөкөр. Тик һаман шул давлениеһына зарлана...


Вернуться назад