Халыҡ бында сәмсел, эшһөйәр08.04.2016
Халыҡ бында сәмсел, эшһөйәр – Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә инде. Иртән Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр килгәйне, уларға 50 баш тоҡомло һыйыр малы һатып ебәрҙек. Шөкөр, әле бына һеҙҙе ҡаршылайбыҙ. «Баш­ҡор­тостан» гәзитен яратып уҡыйбыҙ, айырыуса ауыл тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләрҙе көтөп алабыҙ, – тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе «Игенсе» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәғит Ғәлиев.
«Игенсе» – районда алдын­ғылар иҫәбендә, бында республика, район кимәлендә төрлө семинар-кәңәшмәләр үтә, тәж­рибә тупларға ла башҡа яҡтар­ҙан йыш киләләр. Тоҡомло һы­йыр малы үрсетеү менән уңыш­лы шөғөлләнгән хужалыҡ йыл һайын көтөүҙе яңыртып, киле­шеү буйынса төрлө тараф­тарға мал оҙата. Ә үҙҙәре уны Свердлов өлкәһенән һатып алалар.
Әле Түбәнге Аташ һәм Таштау һөтсөлөк фермаларында 1300 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Былтыр «500 ферма» республика маҡсатлы программаһына инеп, ике ферма ла заманса йыһазландырылған, элекке биналар күҙгә күренеп үҙгәргән. Малдарға аҙыҡ өҫтәле ҡаралған, торған урындары ҡоро, улар бәйһеҙ тотола, иҙәндәр ҡорол­малар ярҙамында таҙартыла. Көндөҙ иркен ялан кәртәлә йөрөйҙәр, яңы тыуған быҙауҙар айырым тәрбиәләнә. Әйткәндәй, хужалыҡта яһалма ҡасырыу эше лә һәйбәт ҡуйылған.
Малсыларҙың да хеҙмәте күпкә еңеләйгән: хәҙер көйә­нтә­ләп һөт, һыу ташыу юҡ, үткәр­гестәр ҡуйылған, яңы һауылған аҡ туп-тура һыуытҡыстарға китә. Эштән һуң рәхәтләнеп ял бүлмәһендә көс-хәл йыйырға, тәмлекәстәр менән сәй эсеп, телевизор ҡарарға, гәзит-журнал уҡырға мөмкинлек булдырылған. Хатта йыуыныу бүлмәһе лә бар.
Бында әле 35 кеше эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә тырыша. Уларҙың ауылды ташлап, ҡалаға китмәүенә етәкселек һөйөнөп бөтә алмай. Етәкселек алдынғы һауынсылар Регина Камалова, Лена Гәрәева, Гөл­нара Насретдинова, Тәскирә Әхмәҙуллинаның эшенән ҡә­нәғәт.
– Ҡайһы бер төбәктәрҙә йәштәрҙең булмауына үкенес белдерһәләр, шөкөр, беҙҙә ундай мәсьәлә тыуғаны юҡ, – ти Түбәнге Аташ һөтсөлөк фер­маһы мөдире Рәфит Әхмәтов. – Ә ниңә ҡалмаҫҡа ауылда? Малсыларҙың һәр береһе 20 меңгә яҡын эш хаҡы ала, ҡалала күптәр бөгөн 10 меңгә көс түгә бит.
Мал аҙығына бында ҡытлыҡ юҡ, йәй-көҙ етерлек күләмдә әҙерләйҙәр. Һәр һыйырҙан уртаса ете мең литрға яҡын һөт һауалар, көн һайын алты тоннаға яҡын аҡ Дүртөйлө һөт комбинатына литры 19 һум менән оҙатыла.
– Халыҡ беҙҙә сәмсел, эшһөйәр, йәшәү шарттары ла яҡшы. Яңы өйләнешкәндәр йорт күтәрә, балалар үҫтерә. Йәмғиәт тә ярҙам ҡулы һуҙа, ә бындай иғтибар һәм мөнәсәбәт булғас, һәр кем тырышып хеҙмәт итә, – ти хужалыҡ рәйесе Фәғит Зәки улы.
Йәмғиәттә ҡышлатыу осоро тамамланыуға барһа ла, ауыл эшсәндәренең ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыты юҡ. Хужалыҡ оҫтаханаһында ла ҡыҙыу миҙгел. Техниканың торошо тикшерелә, кәрәкле алмаш частар һатып алына. Яғыулыҡ яҙғы-көҙгө баҫыу эштәренә етерлек, минераль ашлама, орлоҡто ла алдан хәстәрләгәндәр. Баҫыу эштәрен тик үҙҙәренең көсө менән башҡаралар, ә был үҙ сиратында аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек бирә.




Вернуться назад