Бер нисә айҙан “Башавтотранс” йәмғиәтенең транспорт карталары ғәмәлдә булыуҙан туҡтаясаҡ. Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, 1 ноябрҙән “Башҡортостан Республикаһының социаль картаһы”на эйә булған кешеләр генә льготалы хаҡ буйынса юл йөрөйәсәк.
Әле карталарҙы сығарыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: әле республикала берҙәм социаль юл йөрөү билетының хаҡы айына — 400 һум. Шул уҡ ваҡытта ниндәй ҙә булһа лимит юҡ. Билет Башҡортостанда трамвай, троллейбус, муниципаль автобустарҙа һәм паромдарҙа, шулай уҡ Башҡортостан йылға пароходлығы судноларында льготалы юл йөрөү хоҡуғын бирә.
Өҫтәмә мәғлүмәтте түләүһеҙ 8-800-100-8180 телефоны аша алырға мөмкин.
Әлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВА.