Күркәм һүҙҙәр08.04.2016
Күркәм һүҙҙәр– Нисә йәштәмен тинең әле? – сервиста машинамдың йәмшәйгән урынын төҙәйтеү менән мәшғүл егеттән шулай тип һораным. Кисә кис һары башлы һылыуҙарҙың береһе уң “ҡанат”ты төрттөргәйне. Аптырайым: ниңә шул туҙға яҙмаған урында артҡа сигенә башлағандыр инде?
Үҙе лә яман ғәжәпләнде:
– Был нимә булды һуң ул әле минең менән?.. – Гүйә, үҙ ғүмерендә тәүге мәртәбә ошолай ипһеҙ ҡыланған.
Йә, ярай, үткән эшкә – салауат, ҡазалар шуның менән бөтһөн, киләсәктә ундай хәлдәрҙән алыҫыраҡ йөрөлһөн.
Ә сервистағы егет һүҙгә әүәҫ булып сыҡты. Әлеге һорауымдан алда ҡайһы райондан килгәне, ҡасан өйләнгәнлеге, ошо көндәрҙә генә улы тыуғаны, кеше фатирында ҡыйбат түләп йәшәгәндәре, эше өсөн табыштан үҙенә утыҙ процент ҡына ҡалғаны хаҡында ихлас һөйләп өлгөргәйне инде.
Бер ниндәй маҡсатһыҙ бирҙем был һорауҙы, эшһеҙлектән. Йәһәт эшләнер, тип вәғәҙәләнгәнгә көтәм, ваҡыт менән шулай үҙемсә көрәшәм.
– Егерме ете булырға тора, – булды яуап.
– О-о-о! – тинем.
– Нимә, күпме ни? – Оҫта, осҡа табан кәкрәйгән оҙон тимер ҡорал менән “ҡанат”ты эске яҡтан этәреүҙән туҡтап, миңә ҡараны.
– Юҡ, дөрөҫ аңламаның, йәшерәк күренәһең. Егерме ике самаһылыр тип уйлағайным.
– Ә-ә-ә… – Егет, тынысланып, тағы таяғы менән тимерҙе ҡайырырға кереште.
Үҙе оҫта ғына ҡылана былай. Ошо эшкә махсус уҡып сыҡҡан, ана, стенаға, быяла аҫтына һалып, сит ил һүҙҙәре менән сыбарланған дипломын элеп ҡуйған. “Буямайынса йүнәтәбеҙ” тип реклама ла бирә башланылар бит, шул инде. Уныһын ғәләмәт шәп нәмә тип аңлайым. Юғиһә ошоғаса, бая мин әйткәнсә, “О-о-о!” тип (әммә икенсе мәғәнәлә) елкә тырнай башлай торғайнылар ҙабаһа. Йәнәһе, вәт эләккәнһең, дуҫ: бында ни ярты машинаны һүтмәйенсә булмай, ризалашаһың инде беҙҙең шарттарға.
– Нүжәли шуның еңелерәк юлы юҡ, ҡанды әҙерәк түгә торғаны? – тип өмөт белдереп ҡарайһың, сөнки был өлкәлә белгес булмаһаң да, ижади кешеһең, мәсьәләгә төрлө яҡлап, түңәрәкләп, бүтәнсәрәк, яңысараҡ бағырға күнеккәнһең, тапалған юлдан йөрөмәйһең. Шул ижадилығыңдан әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек кисерәһең. Күптәр, әлбиттә, һиңә күҙен ҙурайтып ҡарай, башын сайҡай, уныһы ла бар. Илле биштәрҙәге бер йүнәтеүсе, үҙе лә һиҙмәҫтәндер инде, күҙенең ағын әйләндереп үк ҡарап ебәрә:
– Быны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ инде?!
Һин үҙеңсә төшөндөрөргә тотонаһың. Аңлатҡан һайын “оҫта”ның йәне нығыраҡ көйә бара. Ҡыҫҡаһы, тәҡдимең ҡабул ителмәй, машинаңды, боронғоса, һүтәләр, ҙур-ҙур сүкештәр менән туҡылдатып тигеҙләйҙәр, буяйҙар, ҡоралар. Аҡсаңды ла ҡайырып алалар, әлбиттә: һәр эш өсөн дөйөм хаҡ матур ғына булып йыйылып китә. Ысҡындырылғандың бөтә өлөштәре лә урынына тып итеп кенә инеп ултырһа һәйбәт әле.
Ҡалайсы, егерме етеләмен тигәс, ҡапыл әрме хеҙмәте иҫкә төштө. Тормошта шулай хәтергә ныҡ һеңгән һандар була бит: 1861 йылда крепостнойлыҡ хоҡуғы ғәмәлдән сығарылған, 1975-тә ҡот осҡос ҡоролоҡ булған, 45 йәштә һуңғы паспорт бирелә. Ә 27-гә еттеңме – әрмегә ҡыумай башлайҙар. Шулай тип һораным да:
– Армияла хеҙмәт иттеңме һуң?
Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ алдапмы, һүҙҙе икенсегә боропмо маташманы был. Шундуҡ, сүкеш менән һуҡҡандай, аныҡ яуап бирҙе:
– Юҡ.
Һәм сәбәбен дә аңлатып ҡуйҙы:
– Хәҙер бит унда бармау һәйбәтерәк һанала.
Был ваҡытта егет автомобилдең кузовында эш ҡыла ине. Эстән бер нисек тә барып етеп булмай икән йәнселгән урындың әлеге еренә. Етәм тиһәң, әллә күпме нәмәне ҡуптарырға кәрәк.
Уйпат урынға боҫо сығып торған эҫе елемде һөртә, өҫтөнә “Т” хәрефенә оҡшаш ҡулайламаны баҫа. Һыуынғанын көтә бирә лә икенсе бер ҡорамал менән шул “хәреф”те тышҡа тарта башлай. Күпмелер ваҡыттан уныһы елемдән тыҡ итеп айырыла.
– Ох! – тим, йәмшек урындың тигеҙ­ләнеп өлгөрмәгәненә үкенес белдереп.
Ә төҙәтеүсе аптырамай:
– Шулай булырға тейеш ул. Яйлап сыҡһа, һәйбәтерәк. Хәҙер тағы буяп баҫам.
Бер нисә тапҡыр ҡабатлағас, уйпат урын юҡҡа сыҡты. Бына бит: баҡтиһәң, бая әйткәнемсә, ҡанды әҙ түгел, ә бөтөнләй түкмәйенсә лә тиерлек эшләй алырлыҡ ысулдар барыбер ҙә бар икән дәбаһа! Теге 55 йәштәге слесарға был турала әйткәнемдә тап ошоно күҙ уңында тотмаһам да, шуға оҡшашты күҙаллай инем. Ә ул ауыҙын ҡыйшайтып көлгән булды.
Елем менән эш иткән арала егет ошоларҙы өҫтәне:
– Хәрби билетты һатып алдым (күпмегә икәнен әйтеп торманы). Иң ҡыҙығы шунда: бығаса “әрме хеҙмәтенә ярай” тип яҙып килделәр ҙә ҡапыл, быны кире ҡағып, имза ҡуйҙылар. Йәнәһе, миндә – яҫы табанлылыҡ.
– Була-а-а ундай хәлдәр.
– Ләкин бер заман тикшереүҙәр башланды, “яҫы табанлы”лар күбәйеп киткәндер инде.
– Эйе, айыуҙар, – тим.
– Айыуҙар-айыуҙар, бына бындайҙар. – Егет, йылмайып, бер нисә тайыш аҙым яһаны. Харап килештерҙе.
Айыуҙар тигәс, ғәфү ителгеһеҙ боронғо көләмәс хәтеремә төштө. Ләкин уны һөйләүҙе аҙаҡҡараҡ ҡалдырайым, тыңлап бөтәйек.
– Комиссияға мин дә киттем. – Ҡалайсы шымартыу ҡулайламаһын әҙерләргә тотондо.
– Үҙең шөрләйһең бит инде? – тип фаразланым мин.
– Юҡ. Аҡһай-аҡһай барам. – Ситкә нимәлер алырға тип атлағанында сатанлап уҡ күрһәтте. Ысынлап та, әртис икән шул.
– Ниңә?
– Аяҡтар икеһе лә самауырҙай булып шешкән… – Күренмәгән ике самауырҙы ҡуш ҡуллап иркен ҡосаҡланы. Ҡулдарын бушатыр өсөн эш әйберҙәрен алдан иҙәнгә ҡуйғайны.
– Ниңә? – тағы шулай тип һораным.
– Ҡорттан саҡтырғайным.
– Ә-ә-ә, уныһы ла ҡайһылай тура килеп торған.
– Тура килә инде – килтергәс…
– ?
– Махсус саҡтырҙым.
– !
– Дүртәүҙән, һәр аяҡҡа икешәрҙән.
– !!
– Тегендә табанды йүнләп ҡарап та торманылар. – Ҙур һуғышта еңгән генералдай тантаналы йылмая был.
– !!!
Егет эшен тамамланы. Түләнем, рәхмәт әйттем, ҡайтып киттем. Көләмәс иҫкә төшкәйне бит әле, бына ул.
Бер заман Айыуҙы әрмегә ебәреү өсөн табипҡа саҡыртҡандар. Ә бының һис тә хеҙмәт иткеһе килмәй икән. Ни эшләргә?
Унда Ҡуян да мөйөшкә һырығып ҡына ултыра икән. Әллә һалдат булғыһы килмәй, әллә Айыуҙан шөрләй – был хәтлем яҡында осрашҡандары юҡ таһа.
– Эй, һин, кил әле бында! – тип үкергән уға урман хужаһы.
Ҡуян ҡалтырай-ҡалтырай бының янына килеп бөршәйгән:
– Н-нимә, Ай-йыу ағ-ғай?
– Хәҙер анауынан йүгереп килеп, бына бында тибәһең! – Үҙенең тештәренә ымлаған. Тешһеҙҙәрҙең хеҙмәттә кәрәк­мәгәнлеген белә бит инде ул.
Ҡуяндың йөрәккенәһе туҡ та туҡ, леп тә леп килә, хәҙер генә туҡтай... Нисек инде анау хәтлем урман батшаһына бысраҡ тәпәйҙе күтәрмәк кәрәк?!
– Әйҙә-әйҙә, кемгә әйтәм мин! – Януарҙың шулай ажғырып ебәреүенә тертләп, шешҡолаҡ бөтәһен дә бойороҡтағыса үтәгән. Тайыштың ике арыу ғына теше һынып, шаҡ итеп иҙәнгә төшкән.
Күпмелер ваҡыттан комиссиянан килеп сыҡҡан теге.
– Шунан, Айыу ағай, армияға алалармы? – тип ярамһаҡланып һораған Бүре. Ул бит баяғы күренешкә ирекһеҙҙән шаһит булып ҡуйғайны.
– Алмайҙар.
Бүре ситтә ғәйепле боҫоп ултырған Ҡуянға күҙ ҡыҫҡан:
– Һинең ярҙамың тейгән бит, әй, ҡотлайым...
– Юҡ, теймәне, – тигән Айыу, ҡаны һаман да туҡтамаған моронон яңаҡ йөнөнә һөртөп. – Миндә – плошкоштопие…
...Ә сервистан күңелем күтәрелеп сыҡтым мин. Ҡалайсының асыҡ-ярыҡлығы, эсендәге тышында булыуы эшенең дә сифатлы икәнлегенә, оҙаҡҡа етеренә тулы ышаныс тыуҙырҙы. Тура, эскерһеҙ, шуға күрә лә күркәм һүҙҙәр аша башҡарылды был.



Вернуться назад