Үрҙә әйткәнебеҙсә, “АвтоВАЗ” дилерҙарҙы “Lada Priora” менән тәьмин итә башланы. Машинаның яңы “Стандарт” версияһының хаҡы – 389 мең һум тирәһе.Ул компанияның автомобиль баҙарында барған үҙгәрештәргә бәйле булдырылды. Автомобиль ышаныслы, хаҡы ла күңелгә ятышлы, тип белдергән һатып алыусылар. “Тимер ат” хәүефһеҙлек мендәре, “ISOFIX” балалар креслоһы нығытмаһы, ABS системаһы, 13 дюймлы тәгәрмәс дисктары, 1,6 литрлыҡ һигеҙ клапанлы двигатель менән тәьмин ителгән.
Мәғлүм булыуынса, “Lada Priora” – Рәсәй баҙарында киң таралған автомобилдәрҙең береһе. Тәүҙә уларҙың “седан” төрө сығарыла башланы, артабан сафты – “хэтчбек”, тора-бара “универсал” тулыландырҙы. 2009 йылда иһә “Priora” “Лада 2110” моделен конвейерҙан бөтөнләй тиерлек ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
2013 йылдың көҙөндә “АвтоВАЗ” яңыртылған “Lada Priora” тәҡдим итте. Тиҙ арала ул яңы еңел автомобилдәр рейтингының тәүге тиҫтәһе исемлегенә инде.