Автокредит юллайым тиһәң...08.04.2016
Автокредит юллайым тиһәң... ­­Халҡыбыҙ хәрәкәтсән. Борон-борондан ир-аттың ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙың да һыбай йөрөргә яратыуы – быға аныҡ дәлилдер. Хәҙер иһә, замандың үҙгәреүенә, яңы технологияларҙың барлыҡҡа килеүенә бәйле, ялын уйнатып торған юртаҡтарға алмашҡа “тимер ат”тар килде. Уларҙың да ниндәйе генә юҡ!

Кешеләрҙең күпселеге автомобилгә мода ҡушҡандан түгел, ә йылдам алға барған тормошта кәрәкле булғаны өсөн ултырырға мәжбүр. Һөҙөмтәлә, матди хәлгә ярашлы, кредит алыу киң тарала. Ошо эштең ҡайһы бер нескәлектәрен бәйән итмәксебеҙ. Уны этаптарға бүлеп ҡарайыҡ.
Беренсе этап – буласаҡ автомобилдең моделен, маркаһын һәм ниндәй комплектацияла булыуын билдәләү. Быларҙы хәл иткәс, техник хеҙмәтләндереү станцияһы булған салонды эҙләү мөһим. Ни өсөн тигәндә, “тимер ат” һатыу алдынан әҙерлек үтергә тейеш. Киләсәктә лә техник хеҙмәтләндереү тап шунда башҡарыласаҡ, юғиһә автомобилдең гарантияһы юға­ласаҡ. Тимәк, сервисы булмаған урындан кредитҡа машина алыу әллә күпме уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.
Бынан тыш, салондың халыҡ ара­һындағы абруйы, дәүләт автоинс­пекцияһында теркәлгәне, унда һатып алыусыға страховканы мәжбүри тағыу практикаһы бармы-юҡмы икәне хаҡында белеү зарур.
Шул уҡ ваҡытта автомобилде кредитҡа алыр алдынан айлыҡ килем-сығымды тикшереү, финанс мөмкинлеген баһалау кәңәш ителә.
Икенсе этап – банк һайлау. Доку­менттарҙы бер юлы бер нисә банкка тапшырыу отошло. Шуға күрә алдан бер нисә комплектын әҙерләп ҡуйыу зарар булмаҫ. Бына улар:
• паспорт күсермәһе;
• ИНН күсермәһе;
• автомобилгә иҫәп-фактура;
• эш урынынан 2НДФЛ белешмәһе;
• никах тураһында таныҡлыҡ күсермәһе;
• ирегеҙҙең/ҡатынығыҙҙың паспорты һәм ИНН күсермәһе.
Унан үҙегеҙ һайлаған бөтә банктарға барып, анкета бланкыһын алығыҙ. Ундағы һорауҙарға тыныс ҡына яуап биреү яҡшы, шуға ҡағыҙҙы өйҙә тултырығыҙ. Анкетаны алып барып тапшырғас, банктан шылтыратҡандарын көтөргә ҡала. Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: әгәр документтарығыҙҙы филиалға түгел, ә үҙәк офисҡа бирһәгеҙ, ҡарар күпкә тиҙерәк ҡабул ителер.
Өсөнсө этап. Кредит тураһындағы килешеү ҡағыҙын һәм банктың тарифтарын ентекле өйрәнеү. Был эште финанс өлкәһен яҡшы белгән квалификациялы кеше менән бергә атҡарыу хәүефһеҙерәк булыр. Әгәр ундай мөмкинлек юҡ икән, килешеүҙе ғаилә ағзалары тикшерһен. Банк вәкиленең аңлашылмаған урындарҙы тулыһынса төшөндөрөп бирергә бурыслы икәнен дә оноторға ярамай. Түбәндәге пункттарҙы өйрәнеүгә айырым иғтибар бүлеү зарур:
• кредит буйынса иҫәпләп, процент өҫтәү һәм комиссия түләүҙәре;
• штраф санкцияларының иҫәпләнеүе;
• кредитты түләү шарттары;
• һәр яҡтың яуаплылығы.
Кредит тураһындағы килешеүҙе шулай ентекле өйрәнгән осраҡта ғына уның һеҙҙең өсөн күтәрерлекме-юҡмы икәнен аңларға була.
Дүртенсе этап – килешеү төҙөү һәм автомобилде теркәү. Банк белгесе һатып алыусыға гарантия хатын тапшыра. Ошо документ менән автосалонға барып, килешеү төҙөлә. Был эш тамамланғас, шундағы кассаға аванс түләнә. Банк кредитты ябыу графигын бирергә бурыслы. Түләү ваҡытында башҡарылмаһа, пеня һалына. Әгәр инде бер нисә ай буйы тотҡарланһа, банк бурысты ҡайтарыу өсөн автомобилде һатыу маҡсаты менән уны кире ҡайтарыуҙы талап итәсәк.
Уртаса алғанда, кредитҡа алынған машинаның тулы ҡиммәте төп хаҡтан 1,5 тапҡырға ҡыйбатыраҡ килеп сыға. Үҙеңде төрлө өҫтәмә түләүҙән, көтөлмәгән хәлдәрҙән һаҡлау өсөн, алда әйткәнебеҙсә, кредит тураһындағы килешеүҙе ентекле өйрәнеү мөһим.
Бишенсе этап – машинаны страховкалау. Банк бер ҡасан да страховкаһы булмаған автомобилде залогка алып, кредит бирмәйәсәк. Уның “КАСКО” страхов­каһы булырға тейеш. Ул машинаның тулы хаҡының дүрт-алты процентын тәшкил итә. Шунда уҡ ОСАГО страховкаһын да алыу шарт.
Артабан һатып алыусы дәүләт автоин­спекцияһына барып, автомобилде теркәй һәм транспорт сараһын теркәү тураһында танытма ала. Бында башҡарылған бөтөн эштең сығымы – уның кеҫәһенән.
Алтынсы этап – нотариус менән залог буйынса килешеү төҙөү. Бында дәүләт пошлинаһы, нотариус хеҙмәте өсөн аҡса түләргә кәрәк булыр.
Барлыҡ документтарға ҡул ҡуйғас, “тимер ат” – һеҙҙеке!




Автокредиттың өҫтөнлөктәре

1. Ҡыйбатыраҡ автомобиль алыу мөмкинлеге.
2. Ҡулыңда тулы хаҡтың өстән бер өлөшөнөң булыуы ла етә.
3. Кәрәкле сумманың йыйылып бөткәнен көтмәйенсә, тиҙ арала рулгә ултырыу мөмкинлеге.
4. Машинағыҙҙы урлаһалар, юғалтыуҙы страховка менән ҡапларға мөмкин.

Етешһеҙлектәре

1. Һатып алынған автомобилде мотлаҡ страховкалау хаҡты күпкә ҡиммәтләндерә.
2. Ай һайын банкка түләп тороуға бәйле ғаилә ҡаҙнаһының “йоҡарыуы” ихтимал.


Вернуться назад