Юлға “йышып” сығармаҡсылар08.04.2016
Быйыл 1 сентябрҙә Рәсәйҙә водитель танытмаһы алыуға имтихан биреүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инә. Һынау ауырлашасаҡ.

l Имтихан теоретик яҡтан ҡат­марлаша, ғәмәли өлөшө лә үҙгәрә. Текст билеттары бишәр һорауҙан тупланған дүрт тематик блоктан торасаҡ. Әгәр береһендә ике хата ебәрелһә, һынау үтелмәне тигән һүҙ. Ә инде бер яңылышлыҡ китһә, шул уҡ тема буйынса өҫтәмә биш һорау биреләсәк.
l “В” категорияһына имтихан тап­шырған курсантҡа полигонда элеккесә өс түгел, ә биш һынау ҡаралған: эстакада, “змейка”, боксҡа инеү, параллель парковка һәм автодромдағы махсус юл сатын үтеү. Бынан тыш, “сикләнгән аралыҡты дөрөҫ файҙаланыу” тигән күнекмәне үтәү бурысы ла бар.
l Ҡала юлында имтихан биргәндә штраф балдары иҫәпләнә барасаҡ. Ҡаршы һыҙатҡа сыҡтың йә иһә светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә туҡтамай үттең, башҡа машиналарға, йәйәү­леләргә ҡамасауланың икән – биш, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәһәң – өс, ҡуҙғала алмай һүнгән, көҙгөгә ҡарарға онотҡан осраҡта бер штраф балы һалынасаҡ. Бишәүгә тулһа, имтихан бирелмәне тигән һүҙ.
l Һынауҙы йәшәү урыны буйынса ғына түгел, ә ЮХХДИ-ның һәр ҡайһы имтихан бүлексәһендә тапшырырға мөмкин.


Вернуться назад