Рөхсәтең бармы?08.04.2016
Ошо көндәрҙә 10 меңенсе кешегә еңел таксиҙа пассажир һәм багаж ташыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы тапшырылды.
Бындай хеҙмәтте әле республикала 63 ойошма һәм 1 783 шәхси эшҡыуар тормошҡа ашыра. Мәғлүм булыуынса, рөхсәт ҡағыҙы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтына электрон формала ебәрелгән ғариза нигеҙендә кәмендә биш йылға бирелә. Өҫтәп, мөрәжәғәт итеүсенең шәхесен иҫбатлаған документтың, ҡулланыласаҡ транспорт сараларын теркәү хаҡында таныҡлыҡтың, лизинг йәки аренда килешеүенең күсермәһен һалырға кәрәк.