Хәүефһеҙлек мәнфәғәтендә08.04.2016
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов, төрлө ведомстволар, юл хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашлығында М-5 “Урал” федераль трассаһындағы хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса күсмә кәңәшмә ойошторолдо.
Комиссия бәлә-ҡаза айырыуса күп теркәлгән ун участканы, шул иҫәптән Бүздәк ауылы һәм Иглин ҡасабаһы тирәһендәге урындарҙы ҡараны. Һөҙөмтәлә юл-транспорт һәләкәттәрен иҫкәртеү, водителдәргә ҡағылған белешмәләрҙе арттырыуға йүнәлтелгән саралар планы эшләнде. Мәҫәлән, сигнал бағаналарын, өҫтәмә билдәләрҙе, мәғлүмәт ҡалҡандарын күбәйтеү күҙ уңында тотола.