Урам тәртип ярата08.04.2016
Урам тәртип ярата Һәр кемдең көн дә уҙа торған юлы була. Уҡыусылар өсөн был – өй менән мәктәп араһы. Уны хәүефһеҙ үтеүҙе ата-әсә, педагогтар, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре берлектә хәстәрләргә бурыслы. Иглин ҡасабаһында тап шул маҡсатта “Атлаусы автобус” сараһы ойошторолдо.


Балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеген иҫкәртеү, унда ҡулланылырға тейешле ҡағиҙәләрҙе нығытыу, теоретик белемде ғәмәлдә күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән акцияла ҡасабалағы 4-се мәктәптең IV класс уҡыусылары ҡатнашты. Ойоштороу­сылар – район хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты вәкилдәре – “Атлаусы автобус”тың юлын һайлауға етди иғтибар бүлде. Маршрутҡа балаларҙың күпселеге тарафынан көн дә үтелгән урам-тыҡрыҡтар, боролоштар индерелде.
Юл хәрәкәте белгестәре балаларға инструктаж үткәреп, хәүефһеҙ маршруттың ваҡытты экономиялау, шулай уҡ ҡурҡыныс хәлдәрҙән һаҡланыу йәһәтенән өҫтөнлөгөн аңлатты.




Вернуться назад