Йәмәғәт менән бергә бул08.04.2016
– Намаҙ уҡығанда ирем менән икебеҙ йәмәғәт була алабыҙмы?

Г. АЗАМАТОВА.
Әлшәй районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Исламдың биш терәккә таянғаны хаҡында әйткән. Бында бөйөк хикмәт бар. Ысынлап та, терәк берәү генә икән, ул тотанаҡһыҙ була, икәүгә лә ышаныс аҙ. Ә инде бишәүгә ныҡлы таянырға мөмкин. Быны хатта ки әҙәм балаһының ҡул-аяҡ бармаҡтары һаны ла иҫбатлап тора.
Иман, намаҙ, ураҙа, хаж, зәҡәт. Пәйғәмбәребеҙ был биш терәктең һәр береһе хаҡында айырым бәйән иткән. Намаҙға килгәндә, уның хикмәттәре сикһеҙ. Мәғлүм булыуынса, ул йәнде сафландыра, тәнде сәләмәтләндерә. “Иманлы бәндә намаҙ уҡыған ваҡытта үҙен Аллаһ Тәғәләнең алдында торған кеүек хис итә, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. – Намаҙға баҫҡан кеше динен нығыта, ҡеүәтләндерә, кире осраҡта – көсһөҙләндерә”.
Был ғибәҙәттең таҙалыҡты һаҡлауҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ. “Әгәр ҙә ки кемдер йылғала көнөнә биш мәртәбә йыуынып торһа, тәнендә кер ҡаламы?” – тип һораған бер мәл йыйылған халыҡтан Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Юҡ”, – тип яуаплағандар уға. “Биш тапҡыр уҡылған намаҙ ҙа шуның шикелле, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Ғибәҙәт араһында кәмселектәр юйыла бара, урынына Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәте килә”.
“Намаҙ уҡығанда ирем менән икебеҙ йәмәғәт була алабыҙмы?” – тип ҡыҙыҡһынған ҡәрҙәшебеҙ. Беҙҙең халыҡта ундай күренеш электән бар. Йәғни ир кеше – алға, ҡатыны артҡараҡ баҫып уҡыһа, был йәмәғәт намаҙы тип иҫәпләнә. Аҙаҡ уларҙың янына балалары баҫа башлай. Шулай эшләргә мөмкин, әлбиттә. Әммә яйы сыҡҡанда, айырыуса йомала ир кеше өсөн мәсеттә йәмәғәт менән уҡыу сауаплыраҡ. Пәйғәмбәребеҙ шулай ҡушҡан.
Боронғолар ошо ҡанунға буйһоноп йәшәгән. Иртәнге намаҙ мәле. Бөтөн тәбиғәт уянған саҡ. Һауа таҙа, саф, ҡоштар сутылдаша... Ошондай илаһи мәлдә күмәкләп намаҙға юлланған ата-бабабыҙ. Гүзәл таңда башҡарылған изге ғәмәлдең бәрәкәте тотош көндө нурландырған. “Сәхәр тороуҙы ғәҙәт ҡыл”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән шул боронғолар. Иртәләгән уңа. Көндө күмәкләп намаҙ уҡыуҙан башлауҙың иһә бәрәкәтте тағы ла арттырыуын белгән ата-бабабыҙ.
Беҙ ҙә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мөмкинлек сыҡҡан һайын йәмәғәт менән бергә булырға ынтылһаҡ ине. Бөгөн дә, әл-хәмдү лил-ләһ, ауылдарыбыҙҙа мәсеттәр төҙөлә, уларҙың ишеге һәр кемгә асыҡ. Уртаҡ йортобоҙ хәл белешеү, аралашыу, фекер алышыу, ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлашыу, күмәкләп ғибәҙәт ҡылыу урынына әүерелһен ине. Йәмәғәт намаҙында бәрәкәт бар. Бергәләп ҡылған доға һис шикһеҙ ҡабул ҡылына, көсө баһалап бөткөһөҙ. Борон ямғыр һорағанда ла бит Аллаһ Тәғәләгә күмәкләп мөрәжәғәт иткәндәр.
Ата-бабабыҙҙан өлгө алып, йәмәғәт намаҙына балаларҙы ла йөрөтөү һәйбәт булыр ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Дауамһыҙ ғәмәлдән фәтүә сыҡмауы ихтимал бит. Йәш быуын изге юлды дауам итергә әҙер булып үҫергә тейеш. Шул саҡта, иншаллаһ, тамырҙарыбыҙ көс йыйыр, киләсәгебеҙ иман нурына ҡойонор. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад