Талаптарға ярашлымы?08.04.2016
Республикала Ислам дине ғилеменә өйрәткән имам-хатиптарҙың, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел, мәҫәлән, 120 педагог һөнәри квалификацияһының талаптарға яуап биреүен раҫланы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында әйтеүҙәренсә, был уҡытыусылар республика мәсеттәрендә курс үткәреү эшен уңышлы алып бара. Улар әлеге имтиханда ғәрәп теле, уның графикаһы нигеҙҙәре, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге, мосолман тәртибе һәм башҡа темалар буйынса белемен раҫланы.
Көнләшеү – сир
Һәр кем көсө еткән тиклемен эшләй. Үҙең башҡара алмағанды башҡалар үтәй икән, уға көнләшеүҙән һаҡ булырға кәрәк. Был тойғо бик хәүефле.
“Көнсөллөк күңел күҙенең күрә белмәүе, Аллаһ биргән изгелектәрҙе һанға һуҡмау сәбәпле тыуа. Иманһыҙлыҡтың бер тармағы ул”, – тип өйрәткән имам Садиҡ. Мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт иһә көнсөлдәрҙең тән сәләмәтлегенә битараф булыуын билдәләгән.
Был тойғо әҙәм балаһын мин-минлеккә, дан артынан ҡыуыуға этәрә. Тимәк, бәндәнең зиһене зәғифләнә, рухы төшә.
Туғаныңды яратһаң...
Бер ир күрше ауылда йәшәгән туғанының хәлен белергә китеп бара икән. Ҡаршыһына танышы килә, ти.
– Ҡайҙа китеп барыуың? – тип ҡыҙыҡһынған ул.
– Туғанымдың хәлен белмәксемен.
– Ә уның һиңә берәй яҡшылығы тейҙеме һуң?
– Изгелеге өсөн генә түгел, Раббыбыҙҙың ризалығы өсөн хәлен белергә теләйем, – тип яуаплаған ир. – Туғаныңды нисек яратһаң, Аллаһ Тәғәлә үҙеңде шулай һөйөр.