Ҡурсаҡ уйнау... бизнесҡа килтергән12.03.2012
Ҡурсаҡ уйнау... бизнесҡа килтергәнЗаман талаптарына яраҡлашып, һәр кем ҡулынан килгәнсә етеш тормош алып барырға ынтыла. Хәйер, был йәһәттән кәртә юҡ: райондарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы программалар ғәмәлгә ашырылып килә.
Бер туғандар Марина Миңлеханова менән Оксана Смирнова, дәүләт биргән ярҙамдан файҙаланып, Баҡалы ауылында төрлө әйбер бәйләү, тегеү һәм кейемгә ваҡ ремонт яһау буйынса үҙ эшен асҡан. Ҡыҙҙар кескәй саҡтан тегеү-бәйләү эшенә эҫенә, үҫкәс үҙҙәренең ательеһын асырға хыяллана. Улар башта ҡурсаҡтарына матур-матур күлдәк тегеп, төрлө ептән биҙәкләп башлыҡтар, шарфтар бәйләп кейҙерә. Үҫә төшкәс инде үҙҙәренә свитер, бейәләй бәйләйҙәр. Был эшкә әсәләре Татьяна Григорьевнанан өйрәнәләр. Ҡыҫҡартыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалғас, бала саҡтағы хыялдарын тормошҡа ашырыу ниәтенән бизнес-план төҙөп тапшыралар, һәм комиссия уны раҫлай.
Уңған ҡыҙҙар район универмагында урынлашҡан бүлмәне ҡуртымға ала. Ул әллә ни ҙур булмаһа ла, компьютер, бәйләү һәм теген машинаһы, әҙер тауарҙы ҡуйырға ла урын табыла. Ҡыҫығыраҡ, әлбиттә. Шулай ҙа хеҙмәткәрҙәрҙең береһе лә зарланмай. Әйтергә кәрәк, улар өс кешегә эш урыны булдырған.
Кардиган, күлдәк, пуловер, балалар кейемен, ғөмүмән, йөн, ярым йөн ептәрҙән бәйләнгән тәүге тауарҙарын “Добрый” магазины бинаһындағы сауҙа нөктәһенә һатыуға сығарған ҡыҙҙар. Бәйләү өсөн сеймалды Өфөнән барып алалар.
Үҙ эштәрен энәһенән-ебенә тиклем белгән, төплө уйлап эш иткән ҡыҙҙар тәҡдим иткән хеҙмәттәргә ихтыяж ҙур. Быға, әлбиттә, уларҙың оҫталығы, эш сифаты һәм хаҡтарының артыҡ ҡиммәт булмауы ла булышлыҡ итә. “Күлдәк-салбар, итәк тектерергә, свитер, башлыҡ, шәл бәйләтергә килгән кешеләр бик күп, шулай уҡ кейемдәрен төҙәтергә, яматырға килтерәләр”, — ти Марина Миңлеханова.
— Сығым байтаҡ, тауарығыҙ ҡиммәт түгел, тип әйтәһегеҙ. Табыш ҡаламы һуң? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Етештергән күләм иҫәбенә әлегә хеҙмәтебеҙ үҙен аҡлай. Киләсәктә табыш күберәк булыр тип ышанабыҙ, — ти эшҡыуарҙар.
Марина менән Оксана ательеның эшен артабан йәнләндерергә хыяллана. Өҫтәмә эш урындары асып, тағы ла тегеү-бәйләү ҡорамалы һатып алып, етештереүҙе киңәйтеү, иркенерәк бинаны ҡуртымға алып, модель һәм ассортиментты төрләндерергә иҫәптәре.
Сер түгел, субсидияларҙы исем өсөн генә алыусылар ҙа булды. Ундайҙар шәхси предприятие астылар ҙа бер йыл эсендә ябып та ҡуйҙылар. Башлаған хеҙмәтеңә ныҡлап тотоноп, инде бүтәндәрҙе лә эшле иткәнһең икән, был, әлбиттә, яҡшы ғәмәл. Ниндәй генә йүнәлештә эшләмәһендәр, ауылды бөгөн, нигеҙҙә, ана шундай эшҡыуарҙар йәшәтә.
Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы.


Вернуться назад