90-сы йылдар башы... Донъяларҙың ҡатмарлы мәле. Мин балалар баҡсаһы мөдиремен. Тәрбиәсе — яңы ғына колледж тамамлаған йәш ҡыҙ. Балалар иртән баҡсабыҙға йүгерешеп килә, тәрбиәсе апайҙары артынан бер тотам ҡалмай, ул ни ҡушһа, шуны теүәл үтәйҙәр. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, был ҡыҙҙың эшенә мөкиббәнлегенә, оҫталығына, балаларҙы ихлас яратыуына, ҡулының алтынлығына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Иртән килеүебеҙгә тәрбиәсебеҙ ябай ғына ҡатырғанан да иҫ китмәле матур сәғәттәр, төрлө йәнлектәр, ҡоштар эшләй ҙә ултыртып ҡуя. Уйынсыҡтарға ҡытлыҡ кисергән ваҡытта был беҙҙең өсөн дә, балалар өсөн дә оло ҡыуаныс ине. Был тиклем һөнәргә ҡайһы ерҙә өйрәттеләр һине, тип һорағас, мин бит 1-се педагогия колледжын бөтөрҙөм, тигәйне йылмайып. Һоҡландым да, көнләштем дә шул саҡ тәрбиәсемә. Бер нисә йылдан һуң үҙем дә ошо уҡ колледжға эшкә килдем.
Үкенескә ҡаршы, заманыбыҙ кешелекте ҙур һынауҙарға дусар итә. Улар уҡыу йорттарын да урап үтмәй. Бөгөн һәр уҡыу йорто алдында артабан нисек йәшәргә тигән проблема торғанда, мәғлүмәтлелек, дөрөҫ һәм төплө уйланылған эш кенә үҙгәрештәрҙе дөрөҫ баһалап, хатта һәләкәттән ҡотҡара ала. Колледжыбыҙ директоры, педагогия фәндәре кандидаты Рәфҡәт Самат улы Үмәрғәлин — тап шундайҙарҙың береһе. Етәксебеҙҙең өлгөрлөгө, ҡырыҫ заман талаптарына һиҙгерлеге, һәр яңылыҡты ваҡытында элеп алып, дөрөҫ йүнәлеш биреүе коллективыбыҙға ышаныс өҫтәй, ижади эшләргә ярҙам итә.
Мәктәпте иң аҙ тамамлаусылар һаны тап ошо йылға тура килде. Был хәл күп уҡыу йорттарының, бигерәк тә урта профессиональ белем биреү учреждениеларының ябылыу ихтималлығын тыуҙырҙы. Ләкин колледжыбыҙҙа дөрөҫ ойошторолған эш тәртибе был ауырлыҡты ла тетрәнеүһеҙ еңеп сығырға, хатта абитуриенттарҙы конкурс нигеҙендә ҡабул итергә булышлыҡ итте.
1939 йылда мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәрбиә биреү усағы булараҡ асылған был колледжда бөгөн алты бүлек уңышлы эшләй. Адаптив физкультура һәм ғәмәли информатика бүлектәренә – икенсе йыл ғына. Шуға ҡарамаҫтан, студенттарыбыҙ колледжды һәм Башҡортостаныбыҙҙы бөтә ил һәм донъя кимәлендә танытып өлгөрҙө. II курс студенты Диана Әхмәтова, Лимала (Перу) үҫмерҙәр араһында ауыр атлетика буйынса донъя чемпионатында ҡатнашып, чемпион титулына эйә булды, өс алтын миҙал яуланы.
Бер төркөм студент апрелдә Германияла балалар баҡсаһы тормошон, тиҫтерҙәренең йәшәйешен өйрәнһә, икенсе төркөм Улан-Удэла колледж, институт һәм университеттар араһында үткәрелгән “Көтөп алған уҡытыусы” V халыҡ-ара фестиваль-конкурсында үҙҙәренең профессиональ оҫталығын һынаны. Уларҙың сығыштарын абруйлы жюри юғары баһалап, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Шулай уҡ студенттарыбыҙ Рәсәй кимәлендәге “Космонавтикаға — 50 йыл” конкурсынан да ситтә ҡалманы һәм илебеҙҙең һәләтле балалары менән бер рәттән Байконурҙа булыу бәхетенә өлгәште. Информатиканан да һынатмайбыҙ. Бөтә Рәсәй дистанцион берҙәм дәүләт имтихан-олимпиадаһында ла маҡтаулы өсөнсө урынды яуланыҡ.
Коллективтың тынғыһыҙ хеҙмәте менән колледжыбыҙҙа инглиз телен өйрәнеү буйынса “Өфө-Кембридж” тәжрибә майҙансығы булдырылды. Һөҙөмтәлә беҙҙең республика балаларына, инглиз теле буйынса халыҡ-ара имтихандарға әҙерләнеп, Рәсәй һәм сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлегенә ирешелде.
Эйе, Өфөнөң 1-се педагогия колледжы тураһында күп һөйләргә мөмкин. Ул маҡтауҙарға ла, рекламаға ла мохтаж түгел, сөнки коллективта эшләгән уҡытыусыларҙың күбеһе — бай тәжрибәле белгестәр. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы 2-3 йылда коллективыбыҙға һәләтле йәш уҡытыусылар килде. Улар оло быуын педагогтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Рәфҡәт Самат улы йәштәрҙең үҫеүенә, камиллашыуына ҙур иғтибар бирә, ҡанатландыра, уларҙы яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй. Талапсан, егәрле етәксебеҙҙең тырышлығы менән 90-ға яҡын педагогтың 80 проценты юғары квалификацияға эйә. Колледжда дүрт фән кандидаты эшләй, ун кеше аспирантурала уҡыуын дауам итә.
Коллектив ышаныслы аҙымдар менән яңынан-яңы бейеклектәр яулай. Бүтән ҡайһы бер урындарҙа заман ауыр, эш юҡ, тигәнде йыш ишетәм, ләкин өлгөрҙәрҙең, белемлеләрҙең генә бер ваҡытта ла эше бөтмәй. Ошо сифаттар ышаныс өҫтәй, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй.
Динә ШӘЙМЫРҘИНА,
Өфөләге 1-се педагогия
колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.