Октябрҙә Монополияға ҡаршы федераль агентлыҡ “ТНК-ВР Холдинг“ һәм “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең “Конкуренцияны яҡлау тураһында”ғы Законды боҙоуы хаҡында эш асты. Улар баҙарҙа ҡатнашыусы вағыраҡ предприятиеларҙың мәнфәғәтен ҡыҫыуҙа ғәйепләнә. Монополияға ҡаршы федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне.
Бер ай элек был хеҙмәт, үҙенең мониторингы, мәғлүмәт-аналитика агентлыҡтары, баҙарҙа ҡатнашыусылар һәм киң мәғлүмәт саралары белешмәләренән сығып, 2011 йылдың мартынан башлап бензинға хаҡтарҙың бер төрлө генә артмауы хаҡында хәбәр иткәйне. Атап үтелгән компанияларҙа иң юғары хаҡ күҙәтелгән, ә Башҡортостан етештереүселәре яғыулыҡтың ҡайһы бер төрҙәренә хаҡты 30 проценттан ашыуға арттырған. Улай ғына ла түгел, “ТНК-ВР Холдинг” һәм “Башнефть” йәмғиәттәре ингән нефть эшкәртеү заводтарында донъя кимәленән күпкә юғарыраҡ хаҡтар үҫеше күҙәтелгән.
— Юғары хаҡ ҡуйып, әлеге нефть компаниялары ҡулланыусыларҙың мәнфәғәтен ҡыҫырыҡлап ҡына ҡалмай, Рәсәй Федерацияһының күмәртәләп һатыу баҙарында нефть продукттарының ирекле әйләнешен дә сикләй. Бындай ғәмәлдәр башҡа компанияларҙың нефть эшкәртеү заводтарында ремонт барған осорҙа айырыуса кире сағылыш таба, — тигәйне ул ваҡытта федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Анатолий Голомолзин.
— Әле заводтарҙан мәғлүмәт йыйыла. Улар Рәсәйҙең монополияға ҡаршы федераль агентлығына ебәрелә, — тип аңлатма бирҙе Зөлфирә Аҡбашева. — Башҡортостанда “Башнефть” компанияһы продукцияһының дүрт-биш проценты ғына һатылғанға күрә, мәғлүмәтте бөтә ил буйлап йыялар. Тәүге тапҡыр компания закон боҙоусы булараҡ былтыр тотолғайны, ләкин ул саҡта эш асманылар, күрәһең, сара күреү өсөн факттар етерлек булмаған. Төп мәсьәлә — тәртип. Ни өсөн улар ваҡ компанияларға продукцияны туранан-тура һата алмай? Ни өсөн, юғары хаҡ ҡуйып, ҡулланыусыларҙың мәнфәғәтен сикләйҙәр? Әгәр “ҡырын эш” асыҡланһа, хөкөм ителәсәктәр. Тик әлегә ниндәй ҙә булһа һығымта яһауы ҡыйын.
Был — нефть компанияларына ҡарата башланған эштәрҙең дүртенсе тулҡыны. Быға тиклем “ТНК-ВР”, “ЛУКОЙЛ”, “Роснефть” һәм “Газпромнефть” мутлашыуға барғайны. Уларға 2008 йылда — 1 миллиардтан 1,5 миллиард һумға, ә бер йылдан — 4 миллиардтан 5 миллиардҡа тиклем һәм былтыр ҡыш өс мәртәбә штраф һалынғайны.
Юлия БАЙДЖАНОВА.
Редакциянан: Башҡортостанда бензин хаҡы күрше өлкәләрҙәгенән ҡиммәтерәк. Монополистар ниндәй хаҡты ҡуйырға теләй, шуны билдәләй. Ҡулланыусы, ихтыяжы булғас, төрлө хаҡҡа ла алырға мәжбүр.
“Башкирнефтепродукт” һәм “Лукойл”дың баш ҡалалағы автозаправкалау хеҙмәтен күрһәткән ойошмалары был турала, күпме шылтыратһаҡ та, мәғлүмәт биреүҙән баш тартты.