Изгелегең үҙеңә әйләнеп ҡайтыр08.04.2016
Изгелегең үҙеңә әйләнеп ҡайтыр Тормошобоҙҙоң нигеҙен тәшкил иткән күркәм төшөнсәләр, сифаттар бихисап. Шуларҙың береһе – изгелек.

Ҡояш нурынан ер йылына, хәстәрлектән гөлдәр сәскә ата, яғымлы ҡараштан йылмайыу тыуа... Шуның кеүек, мәрхәмәтлек күрһәт­тең икән, үҙеңдең дә, баш­ҡаларҙың да күңеле йомшара, донъя йәмләнеп, яҡ­тырып киткәндәй була. Тимәк, изгелектең тамыры һутлы, ҡеүәтле. Йөрәктән йөрәккә күскән йылы тойғо үҙеңә йөҙләтә шатлыҡ булып әйләнеп ҡайта.
“Башҡаларға яҡшылыҡ ҡылһам да, үҙемә ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәт тоймайым. Ит изгелек – көт яуызлыҡ тигән һүҙҙәр хаҡҡа сыға ла ҡуя”, – тип уфтан­ғандарҙы ишетергә тура килә ҡайһы саҡта, ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы. Исламда был йәһәттән шулай тиелә: әҙәм балаһы күркәм ғәмәлдәрҙе бүтәндәрҙең рәхмәтен алыу түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн эшләүҙе, маҡ­та­ныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм.
Ошоға бәйле хикәйәт тә бар. Пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм бер саҡ ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт булған мөлкәтен ҙур ихлас­лыҡ менән бүлешкән. Пәй­ғәм­бәре­беҙ уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам ит­кән. Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡылған. Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған. “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахыры” тигән бәләкәй генә уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе”, тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.
Хәйерҙе Аллаһ Тәғә­ләнең ризалығы өсөн биреү за­рур­лығы хаҡында “Ҡөрьән Кә­рим”дә лә әйтелгән. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреү­селәр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән “Бәҡара” сүрә­һен­дә. – Ул, үҫеп етеп, ете ба­шаҡҡа әйләнер. Һәр бере­һендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, изгелеккә, ихлас­лыҡҡа, йомарт­лыҡҡа һа­лынған көскә Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә.
Үкенескә күрә, әҙәм балалары ара­һында мәрхәмәт­лекте күрә белмәгән, аңла­мағандар ҙа осрап ҡуялыр. Ислам дине ундайҙарҙы ғәфү итеп, таш менән киҙән­гәнгә аш менән атып йәшәр­гә өйрәтә. “Изгелек эшләүҙә бер-берегеҙ менән уҙышы­ғыҙ, ярышып йәшәгеҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Донъя ҡыуыуҙа, байлыҡ туп­лауҙа түгел, ә ғилем, әҙәп­лелек, әхлаҡлылыҡ юлында хәйерле өлгө күрһәтергә саҡыра Ислам. Әҙәм балаһы тарафынан ҡылынған бәләкәй генә изгелек тә юғалмай, онотолмай. Үрҙә әйтелгәнсә, ул үҙенә йөҙләтә шатлыҡ булып әйләнеп ҡайта. “Күңел – игенлек. Унда изгелек орлоҡтары сәсергә кәрәк”, – тип өйрәтә дин әһелдәребеҙ.


Вернуться назад