Ҡала башҡорто ни хәлдә?08.04.2016
Республикала “Ҡала башҡорттары: урбанизация һәм этниклыҡ” IX төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Сара 21 апрелдә Туймазы ҡалаһында уҙғарыла.
Конференцияла Башҡортостандың көнбайыш райондарынан, ҡалаларҙан делегацияларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ тарихсы ғалимдарҙың, этнолог, демограф, политолог, социолог, филологтарҙың һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге белгестәрҙең, хәҙерге шарттарҙа башҡорт этносын үҫтереүгә тос өлөш индергән йәмәғәт эшмәкәрҙәренең килеүе күҙаллана. Сарала республика ҡалаларында башҡорт халҡының формалашыуы, урбанизация һәм демография мәсьәләләре ҡараласаҡ.