“Һеңлемә тиһәм, үҙемә икән!”06.04.2016
– Мәһәҙей ауылынан Зәкирә апайым, ҡыҙы Вәсилә һәм Ҡолғананан Әсләм исемле егет ҡунаҡҡа килде. Ул ваҡытта димләп кейәүгә биреү йолаһы булды бит. Ҡунаҡ егетте һеңлемдең кейәүе икән тип уйланым. Әсләмдең мине күҙләүе башыма ла инеп сыҡманы, – тип хәтер ебен тарата Ғәлиә Ҡаһир ҡыҙы.


Ҡунаҡтар килгән мәлдә Ғәлиә Вәлиева Белорет ҡалаһына эшкә йыйынып йөрөгән. Ай-вайына ҡуймайынса, ҡыҙҙы дүрт сәғәт буйына димләгәндәр, өгөтләгәндәр. “Әсәйем: “Донъя көтөрлөк егеткә оҡшаған, ошо кешегә кейәүгә сығаһың”, – тип сат йәбеште лә ҡуйҙы. Зәкирә апайым да ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтай. Шулай уйламағанда кейәүгә сығып киттем. Бергә йәшәүебеҙгә 21 йыл булды инде”, – ти ул, йылмайып.
Ғәлиә Ҡаһир ҡыҙы, мәктәпте уңышлы тамамлап, медицина училищеһына уҡырға инә. Әммә ата-әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында, белем алыуын туҡтатып, заводҡа фрезлаусы булып эшкә төшә. 1995 йылда Ҡолғана ауылына килен итеп алалар ҡыҙҙы.
Икенсе класта уҡыған мәлендә үк әсәһе Ғәлиәне сигергә өйрәткән. Артабан маһир ҡыҙ ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләүҙе үҙләштергән. Күҙ нурҙарын һалып башҡарған ҡул эштәре менән яҡындарын ҡыуандырған ул. Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, Ғәлиә унда эшләп килгән “Тамъян гәүһәрҙәре” ансамблен әүҙемләштереүгә күп көс һалған, йәштәрҙе йәлеп иткән. Әммә ансамбль ағзаларына милли кейемдең етешмәүе генә күңелен ҡырған уның. Күп уйлап тормай, күлдәктәрҙе үҙе тегеп ҡарарға булған. Тәүгеһе уңғас, Белорет ҡала­һынан тауар алып ҡайтып, тотош ан­самблгә кейем тегеп ҡуйған. “Күлдәген булдырғас, селтәрен, ҡашмауын да яһай алам бит”, – тип уйлап, Ғәлиә Вәлиева был кәсепкә ихлас тотонған.
Ҡолғана ауылында һәр йома “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” түңәрәге эшләй. Унда төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем шөғөлләнә, Ғәлиә Ҡаһир ҡыҙынан оҫталыҡ серҙәрен өйрәнә. Ойоҡ-бейәләй, ырғаҡ ярҙамында итек бәйләү, селтәр, ҡашмау эшләү – һәммәһен дә бынамын итеп башҡара ауылыбыҙ уңғандары.
Әлеге ваҡытта Ғәлиә менән Әсләм Вәлиевтәр, ике ул тәрбиәләп үҫтереп, Уралдарын өйләндереп, ейәндәре Салауатҡа һөйөнөп, тирә-яҡҡа өлгө булып, шатлыҡ-ҡыуаныста ғүмер итә.






Вернуться назад