Урланған бәхет тәме06.04.2016
Урланған бәхет тәме Һәр атҡан таңға шөкөр итеп, ипле генә йәшәгән мөләйем өләсәйҙәрҙең – ауылдаштарым Рәсимә Атауллина менән Мәүлиха Хәкимованың – ҡасандыр урланған кәләш булыуы хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә. Икеһенең дә ғаилә ҡороу тарихы бик ҡыҙыҡлы, заманында ауылда шау-шыу ҡуптарырлыҡ ваҡиға булғайны.

“Иҙәш Ҡусҡарынан Фазылйән кәләш урлап алып ҡайтҡан!” – тигән хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. “Үәт, ҡурҡмаҫ егет, закон законмы хәҙер, ҡыҙ урлар заман үткән инде!” – тип халыҡ аптыраш­ты, Фазыл­йәнгә үҙенсә хөкөм сығарып, шыш-быш килде. Ә беҙ­ҙең кеүек буй еткергән ҡыҙ-ҡыр­ҡынды атай-әсәй, ҡырҡ ерҙән тыйып, киске уйынға сы­ғар­май бикләп тиерлек тотто... Имеш-мимеш бер аҙ таралғас ҡына, был ваҡиғаға асыҡлыҡ инде.
...Бер туған апаһы йәшәгән Ҡушый ауылына юлын йышайтты Фазылйән. Эштән арып-талып ҡайтһа ла, шунда ашыҡты, сөнки Ҡушыйҙа күҙ атып йөрөгән сибәре – Рәсимә йәшәй! Тәүәк­кәл егет бер нисә тапҡыр яусы ебәреп тә ҡараны, әммә ни өсөн­дөр ҡыҙҙың ата-әсәһе ризалашманы, хатта, Фазылйән килгәнен ишетһә­ләр, ҡапҡа-ишектәрен бикләп, утты һүндереп ултыр­ҙы­лар. Һай, мөхәб­бәт тигән көстө бындай саралар менән генә туҡтатып буламы һуң?!
“Яттар ҡулына биреп ҡуймаҫ­мын һөйгәнемде!” – тип ҡыйыу егет төплө фекергә килә. Рәсимә ауылдың бер осонда йәшәй, ә фермаға эшкә икенсе яғына йө­рөй. Дежур иткән көнөн белгәс, Фазылйән һылыуҡайҙы һағалар­ға була. Иптәш егете менән иң шәп атты егеп, Ҡушыйға килә­ләр. Сөм ҡараңғы иртәлә Рәсимә ҡурҡа-ҡурҡа иртәнге һауынға китеп бара икән. Шул саҡ юлда Фа­зылйән килеп сыға һәм фермаға тиклем ат менән алып барырға тәҡдим итә. Таныш егет­кә ышанып, ҡыҙ ризалаша. Әммә арба бер ҙә фермаға түгел, икенсе яҡҡа һыпырта. Рәсимәнең: “Фазылйән, ҡайҙа алып бараһың? Туҡта!” – тиеүе­нә ҡара­маҫтан, ат­ты Әүнәш ауылына тиклем ҡыуалар. Егет еңгәһендә туҡтарға ҡарар итә.
Ваҡытында эштән ҡайтмаған Рәсимәне юғалтып, атаһы Ғимал ағай милицияға ғариза яҙа. Ҡай­ғыға батҡан ирҙең ҡолағына “Фазылйәндең генә эшелер...” тигән хәбәр еткерелә. Кискә Ғи­мал ағай Иҙәш ауылында була, таныштарына һуғыла. Улар иһә: “Шикләнмә, егет үҙе лә, ата-әсә­һе лә – яҡшы кешеләр, ҡыҙыңды бир ҙә ҡуй, кәм-хур булмаҫ”, – тип кәңәш итә. Ғауға ике көн дауам итә, шунан һуң ғына йәштәр Ҡусҡар ауылына ҡайтып инә. “Әсәй, кәләш алып ҡайттым!” – ти Фазылйән. Бәҙриямал инәй иһә улының ҡарары менән ризалаша, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйы менән дә үҙе һөйләшеп, никах уҡыталар. Өс айҙан Иҙәштә туй гөрләй.
Өҙөлөп һөйгән йәрен урлап алып ҡайтҡан егет әйткән һү­ҙен­дә тора – Рәсимәһенә ауыр һүҙ әйтмәй, лайыҡлы тормош ҡор­а. 44 йыл пар аҡҡоштарҙай ғүмер кисерә улар, алты бала үҫтерә­ләр. Ғаилә башлығы, колхозда эшләп, “Иң яҡшы чабан” исеменә, күп һанлы маҡтау ҡа­ғыҙ­ҙарына лайыҡ була. Олоғай­ғас, дин юлына баҫа. Әммә, 70 йәшен тултырғас, фани донъя менән хушлаша. Рәсимә инәй иһә әле балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә тыныс ҡартлыҡ кисерә.
Тал Ҡусҡарынан һылыу, йыуаш егет Ишбулды Хәкимов иһә 1972 йылдың көҙөндә 10 кеше­нән торған ғаиләһенә 11-се итеп Таҡһыр ауылы ҡыҙы Мәүлиханы алып ҡайтҡан.
Һөтсөлөк фермаһында мөдир булып эшләгән ҡыҙҙы тәү күреү­ҙән оҡшата егет. Әммә йомала әйттерергә тип килгән яусыны Мәүлиханың ата-әсәһе кире бороп ҡайтара. Бынан һуң Ишбулды, күп уйлап тормай, ҡыҙҙы урларға ҡарар итә.
Иртәнге һауындан ҡайтҡан мөдиргә иптәш ҡыҙы килеп: “...Һине быҙау үлсәргә саҡырта­лар”, – тигәс, ул бер ыңғай атын да алып ҡайтырға уйлап, йүгән тотоп фермаға килә. Унда ауылдаш егеттәре менән Ишбулды ла була. Йәштәр ҡыҙҙы шаяртып ҡына машинаға күтәреп ултырта. Мәүлиха аңғармай ҙа ҡала, машина ҡуҙғалып китә... Урлауҙары ошо икән! Юлда осраған ГАИ инс­пекторына ла иғтибар итмәй, дөбөр-шатыр елә машина.
Эш кейемендә, етмәһә, йүгән тотҡан ҡыҙҙы өйгә алып килеп индергәс, Ишбулдының әсәһе ултыра төшә яҙа. Улым кәләшле булды, тип эстән генә ҡыуана үҙе. Бер мәл арттарынан милиция хеҙмәткәре килеп етә, егеткә кабинаға биш кеше тейәгәне, тиҙ­лекте арттырғаны өсөн штраф менән янап, протокол төҙөй. Был хәлгә шаңҡыған Мәүлиха ни әйтергә лә белмәй.
Кискә табан ҡыҙҙарының нин­дәй ваҡиғаға юлығыуын белгән әсәһе яр һала. Әммә тыныс хо­лоҡ­ло, ипле мөғәмәлә итә белгән Һәҙиә апай Мәүлиханың әсәһен күндерә. Кәңәш-төңәш иткәс, йә­әтләп никах уҡыталар. Шул көндән йәш ғаилә гөрләтеп йәшәп китә. Донъяға шатлыҡ өҫтәп, өс балалары тыуа. Йорт һалып сығалар. Әммә ғаилә баш­лығына оҙон ғүмер насип итмәй – ул 42 йәшендә генә вафат була. Шулай ҙа Мәүлиха еңгәй биреш­мәне, ҡыҙ-улдарын уҡыт­ты, матур тәрбиә бирҙе. Үҙе иман юлында, ағинәйҙәр ҡатнаш­лы­ғын­дағы сараларҙың уртаһында ҡайнай, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған. Өлкән улы Ринаттың ғаиләһе менән донъя көтә әле.
Ҡасандыр урланған кәләштәр яҙмыштарына һис үкенмәй, сөнки Ҡусҡарҙың уңған килендәре, ирҙәренең тоғро юлдаштары булып, йәштәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ ғаилә ҡора.






Вернуться назад