Һөҙөмтәһе булһын06.04.2016
Башҡорт дәүләт универ­си­те­тының Сибай институтында халҡыбыҙҙың үҫеш мөмкин­лектәре барланды — Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайының башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға арнап, “Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо.


Йыйында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡорол­тай депутаты, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролта­йы­ның баш­ҡар­ма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Айнур Иҙрисов, филология фәндәре докторы, бил­дәле сәсәниә Розалия Солтан­гәрәева, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Мари Иле Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Нефте­кама, Баймаҡ, Өфө ҡалалары, Әбйә­лил, Хәйбулла, Йылайыр, Белорет, Баймаҡ райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Конференция эшлекле шарт­тарҙа үтте. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡорол­тайының баш­ҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов яңы Ҡоролтайҙың уй-ниәттәре, пландары менән таныш­тырһа, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева “Баш­ҡорт сәсән мәктәбе – тел, рух үҫеше гаранты” тигән доклад менән телмәр тотто. Ә Арыҫлан Мөбә­рәков исемен­дәге Сибай дәүләт драма театры директоры Дамир Ғәлимов үҙ сығышында баш­ҡорт ауылдарының киләсәге өсөн тәрән борсолоуын бел­дерҙе.
БДУ-ның Сибай институты профессоры Әҙеһәм Барлы­баевтың да фекерҙәре төплө булды.
– Халҡыбыҙға бәйле проб­лемаларҙы хәл иткәндә һәр саҡ тел, тарих темаларына туҡта­лабыҙ ҙа, иҡтисадты онотабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Матди мөмкин­лек­тәрҙең мөһимлеген инҡар итергә ярамай, — тине ул.
Яңы Ҡоролтай етәксеһенә ха­лыҡ­тың һорауҙары күп ине. Уларҙың барыһына ла Әмир Ишемғолов ихлас яуап ҡай­тар­ҙы, фекерҙәрен аныҡ факттар менән дәлилләне. Пленар улты­рыштан һуң конференция эше дүрт секцияла барҙы, һуңынан резолюция ҡабул ителде.





Әмир ИШЕМҒОЛОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.
— Сибай институтындағы йыйын ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бигерәк тә уҡыу йорто янында арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең бюстары ҡуйылыуы, барельефтарының урын алыуы үҙ халҡыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ хисен көсәйтә. Бында белем алған студенттарға баш ҡалалағылар көнләшерлек. Белем усағында заман талаптарына яуап бирерлек уңайлы шарттар булдырылған, матди-техник база тотороҡло, хатта айырым телевидение, нәшриәт бар. Көньяҡ Уралдың белем биреү мәккәһенә әүерелгән Сибай институты, һис шикһеҙ, артабан да шулай эшләргә, баш ҡаланан алыҫ ятҡан көньяҡ-көнсығыш райондар йәштәренә яҡшы белем һәм тәрбиә бирергә тейеш.


Муса НУРДӘҮЛӘТОВ, Башҡортостан һәм Мари Иле республикаларының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мари Иле Республикаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:

— Республиканан ситтә йәшәһәм дә, бындай йыйындарға бик ихлас йөрөйөм. Иң ҙур теләгем: сараның һөҙөмтәһе булһын, бында әйтелгән тәҡдимдәр кәрәкле урындарға барып ишетелһен.


Рабиға БИКБУЛАТОВА, Силәбе өлкәһе:

— Ирем менән икәүләп бик теләп килдек, ваҡыт тар, аҡса юҡ тип торманыҡ. Беҙ бындай сараларҙан үҙебеҙгә дәрт-көс алып ҡайтабыҙ, милләттәштәребеҙ менән аралашабыҙ, рухыбыҙҙы байытабыҙ.


Роза ХӨСНУЛЛИНА, филология фәндәре кандидаты, Нефтекама ҡалаһы:
— Көньяҡ Уралда ысын башҡорттар йәшәүенә, уларҙың рухлы, дәртле булыуына һоҡланып ултырҙыҡ. Һәр сығыш беҙҙең өсөн Йәншишмәнең тере һыуы кеүек тойолдо, күңелдәребеҙ ҡанатланды. Сибай институтының эшмәкәрлеге ифрат оҡшаны.


Вернуться назад