“Мин көсөмдөң аҡтығына тиклем бирер инем ғәзиз халҡыма...”06.04.2016
“Мин көсөмдөң аҡтығына тиклем бирер инем ғәзиз халҡыма...” Башҡорт халҡының күренекле улы Әкрәм ағай Бейешев тормошоноң һәр көнөн халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы.
“Мин халҡымдың ҡара ҡоло булып,
Эшләр өсөн үҫтем бишектән”, – тигән шиғыр юлдары тап ошо хаҡта һөйләй кеүек.



Әкрәм Бейешев 1926 йылда элекке Йылайыр районының Бөрйән-Ҡыпсаҡ улысын­дағы Туйөмбәт ауылында уҡытыусы ғаилә­һендә тыуа. Уҡыуға тырыш­лығы, камиллыҡҡа ынтылыуы, ихласлығы менән айырылып тора ул.
1941 йылда, сир­ләп ките­үе сәбәпле, Х клас­ҡа бара алмай. Көҙ, арыуланғас, Туйөмбәт мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1943 йылда иһә армия сафына алына. Ауылдан алты егет — ауыр заманда күҙ терәп торған йәштәр – хәрби хеҙмәткә оҙатыла. Х класты тамамлай алмағанына үкенә ағайым, сөнки юғары уҡыу йортонда белем алыу теләге ҙур була. 1949 йылда иһә ул хеҙмәт иткән часта офицерҙар өсөн киске мәктәп асыла. Ә ағайым офицер түгел... Шулай ҙа, мөмкинлек табып, “кәртә”­ләр­ҙе йырып үтеп, X класты тик “бишле” билдәләренә тамамлай ул.
Ете йыл хеҙмәт итеп, Әкрәм Бейешев 1950 йылда ғына Өфөгә ҡайтып төшә. Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ваҡыты тамам­ланғанлыҡтан, бер аҙ “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй. 1951 йылда иһә ир-уҙа­мандың юғары уҡыу йортона инеп уҡыу хыялы тормошҡа аша: Мәскәү дәүләт университе­тындағы филология факультетының Көн­сығыш телдәре бүлегендә уҡый башлай. Утыҙ йәшендә университетты ҡыҙыл дип­лом­ға тамамлап ҡайтып, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ең һыҙғанып эшкә тотона. Артабанғы бөтөн ғүмерен, белемен тел ғилеменә бағышлай ул. Рухи хазинабыҙҙы башҡаларҙыҡы менән сағыштырып өйрәнә, уны үҫтерә, фәнни яҡтан киңәйтә, яңы мөмкинлектәрен аса.
Әкрәм Бейешев башҡорт телен бығаса күрелмәгән бейеклеккә күтәрҙе, уның менән ғорурлана белде. Рухи ҡиммәтебеҙҙең аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә халыҡты бар иткән көс икәнен аңлатты.
Әсәйемде — әсәй, илемде — ил,
Үҙемде ир иткән — һин, телем.
Эйелмәҫ баш, тына белмәҫ йөрәк,
Йәшәр теләк биргән — һин, телем, –
тип өндәште бер шиғырында туған теленә.
Артабан уны еңелмәҫ ҡаяға, даръяға тиңләп, үлемһеҙлеген данлап:
“Минең телем үлер өсөн түгел
Йәшәр өсөн килгән донъяға”,
– тип мәңге йәшәренә ышаныс белдерҙе.
Халҡына мөхәббәт, уның яҙмышы өсөн көйөп-янып йәшәү Әкрәм ағайымдың төп йәшәү маҡсаты булды. Был йәһәттән яҙылған, күңел түренән сыҡҡан дүрт юллыҡ шиғыр­ҙарында һәр һүҙ тәрән мәғәнәле, ҙур төшөнсәгә эйә. Мәҫәлән,
Халҡым минең, йөрәк яртым минең,
Зарым минең, йырым һин минең.
Һин булмаһаң, ни тип йәшәр инем,
Нимәм ҡалыр ине һуң минең?
Йә булмаһа:
Нисек үҙем тип йәшәмәк кәрәк,
Үҙеңдән ҙур халҡың бар була?
Үҙең өсөн йәшәү әҙ ғүмерҙе
Һыуға һалыу менән тиң була.
Үҙ ерендә, илендә йәшәгән халҡы яҙмы­шының быуаттар һуҙымында аяныслы булыуы Әкрәм ағайға тыныслыҡ бирмәне. Милләтебеҙҙең үткәнен хаҡлы ялға сыҡҡас ныҡлап өйрәнде ул. Һөҙөм­тәлә 1993 йылда “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” тигән китабы донъя күрҙе. “Нация и национальная политика” исемле урыҫ телендәгеһен иһә Мәскәүҙә баҫтырып сығарҙы. Был китабында ла Әкрәм Бейешев халыҡтар яҙмышына бәйле мәсьәләләргә туҡтала, был йәһәттән бәғзе кире яҡтарҙы ла әйтергә баҙнат итә.
Нишләр инем икән, булһа миндә
Сихырлы көс, тылсым бер ҡуйын.
Мин көсөмдөң аҡтығына тиклем
Бирер инем ғәзиз халҡыма,
Мин түшәлер инем олтан булып,
Уның көләс йөҙө хаҡына, –
тип белдерә ул. Был китаптары, шиғыр юлдары – үткер политолог булыуына бер дәлил.
Орфографиябыҙҙың башҡорт теленең барлыҡҡа килеү нигеҙҙәренә тап килмәүенә эсе боша ине Әкрәм ағайҙың. Әмәлгә ҡалғандай, партия етәкселеге был мәсьәләгә йөҙ борҙо. Үҙгәртеп ҡороу өсөн яуаплылыҡты Әкрәм ағайға тапшырҙылар. 1981 йылда булды был хәл. Һөҙөмтәлә хәҙер беҙҙең орфография төрки телдәре араһында иң яҡшыһы, камиллашҡаны. Ни өсөн тигәндә, Әкрәм ағай уның ҡағиҙәләрен сингармонизм закондарының бөтөн үҙенсәлектәренә, талаптарына таянып, ысын мәғәнәһендә ғилми нигеҙҙә эшләне.
1999 йылда “Тел хикмәттәре” тигән китабы ла донъя күрҙе. Ул журналистар, уҡытыу­сылар, яҙыусылар өсөн айырыуса ҡиммәт, эш өҫтәленән төшөрмәҫ ҡомартҡы.
Әкрәм Бейешевтең ижадында ил төшөн­сәһе айырым урын алып тора. Тәбиғәттең зарарланыуы, ҡайһы бер йәнлектәрҙең, ҡош­тарҙың юҡҡа сыға барыуы тыныс ҡалдыр­маны уны. Шулай уҡ тормоштағы ялғанлыҡ, тигеҙһеҙлек, хаяһыҙлыҡ, нахаҡлыҡ, мин-минлек, булдыҡһыҙлыҡ көйөндөрҙө Әкрәм ағайҙы. Уның яҙмышын халыҡтыҡынан айырып ҡарап булмай. Ғилми әҫәрҙәре, әҙәби ижады ла кешелектең булмышына ныҡлы бәйләнгән. Бар уйҙары, хәсрәт­тәре – халҡының бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында.
Бәхетен халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙә тапты Әкрәм ағай. Башҡортостанда беренсе­ләрҙән булып ике томлыҡ “Башҡорт теленең һүҙлеге”н төҙөнө, “Ҡөрьән Кәрим”де аңла­йышлы итеп тәржемәләне. Үҙе вафат булғас, “Ил аҙабы” исемле романы донъя күрҙе... Ғилми хеҙмәттәрендә лә, әҙәби ижадында ла үҙе булып ҡалды ағайым. Ихлас­лығы, ябайлығы, тормошсанлығы, тәр­биәлелеге һәр хеҙмәтендә сағылыш тапты. Хатта ки балалар өсөн хикәйәләр ҙә яҙып ҡалдырырға өлгөрҙө Әкрәм Бейешев.
“Күрәһең, мин – халҡым йөрәгенән
Тамыр алып үҫкән бер бала”, –
тигән шиғри юлдарында уның бөтөн тормош асылы сағылғандай.




Вернуться назад