Йәш белгес кемгә кәрәк?06.04.2016
Яҙ килде. Уҡыу йорттарында ҡыҙыу мәл етте. Берәүҙәр саҡ һөнәр һайлап, махсус урта йәки юғары белем алырға ынтылһа, икенселәр вуз тамамлап, үҙаллы тормош юлына баҫа. Һуңғыларының хәҙер бер баш бәләһе: нисек эшкә урынлашырға?


...Урамда күптәнге танышымды осраттым. Ике бала тәрбиәләп әлегә өйҙә ултыра, бер юлы икенсе һөнәр алып йөрөй икән. “Бәй, уҡытыусыһың, эш юҡмы ни?” – тием.
– Эй-й, университет тамамлауын-тамамланым да, эш тә тапманым, йүнле-рәтле хеҙ­мәт хаҡы ла тәҡдим итмәйҙәр, – тине ул. – Ауылда мәктәпте бөткәндә ошо филфактан башҡа барыр урынды ла белмә­гәнбеҙ бит. Ни атай-әсәй кәңәш итмәгән, ни уҡытыусылар өйрәтмәгән. Әйтерһең дә, юғары белем тиһәң, беҙҙең ишеләргә тура шунда юл. Әле курсташтарымдың барыһы ла тиерлек башҡа һөнәрҙәргә уҡып сыҡты инде. Кемдер – хоҡуҡ белгесе, кемдер бухгалтер тигәндәй. Бер мин, бала бағып, һуңғараҡ ҡалдым.
– Ә кемгә уҡып йөрөйһөң?
– Банк хеҙмәткәренә.
Аңлашыла: профориентация менән йәмғиәттә бөгөн бер кем дә шөғөлләнмәй. Баланың теләген генә түгел, замана үҙгәрештәрен дә иҫәпкә алып, мәктәп йәш кешене үҙаллы тормошҡа әҙерләүгә ваҡыт бүлмәй. Унда көндәлек бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ-отчет эше менән булышыу, өҫтәге инстанцияларҙың тикшереү менән килеүен көтөү, Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү...
Интернеттағы мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, юғары белем алғандарҙың һәр өсөнсөһө генә һөнәре буйынса эш таба. Ғәҙәттә, йәш кеше аңлайышһыҙ парадокс алдында ҡала: ойошма етәкселәре унан тәжрибә талап итә, ә яңы уҡып сыҡҡандарҙа ул ҡайҙан булһын? Шуныһы аптырата: ошо проблеманы бөтәһе лә белә тороп, берәү ҙә хәл итергә йыйынмай. Йәғни вуз етәкселеге студенттарына белем биреп урамға сығара тора, ә эш биреүсе уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. Әлбиттә, ҡайһы бер уҡыу йорттарында диплом яҡлағанда уҡ комиссияла ойошма-предприятиеларҙан вәкилдәр ултыра һәм үҙҙәренә белгестәр һайлап ала. Ләкин иң-иңдәрен генә. Ә бөтә кешенең дә шундай мәлдә үҙенең һәләтен күрһәтеп ҡалырға өлгөрмәүен иҫәпкә алғанда, башҡалар ҡайҙа барырға тейеш?
Йәнә шул статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаң, эш биреүселәрҙең 12 проценты ғына кисәге студентты ҡабул итергә әҙер. Бында теге йәки был һөнәрҙең бөгөн ихтыяж менән файҙаланыуы-файҙаланмауы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Эре компаниялар вәкилдәре, илдең юғары уҡыу йорттары хеҙмәт баҙарына бөтөнләй яраҡлашмаған, 10-15 йылдан кәрәге ҡалмаясаҡ һөнәр эйәләрен әҙерләй, тип һанай. Әммә улар үҙҙәре лә киләсәктә кем кәрәгерен яҡшы ғына белмәй. Шуға күрә лә кадрҙарға заказ бирә алмайҙар. Мәҫәлән, әле күпселек инженерҙарға һәм программистарға мохтажлыҡ ҙур тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта сайт администраторҙарына, веб-дизайнсыларға ихтыяж ныҡ кәмегән. Ә бер инженер урынына 12 кеше дәғүә итә икән.
Тимәк, ҡайһылыр өлкә абруйлы һаналғанда ла, уның ниндәй йүнәлештәренә өҫтөнлөк биреү отошло булырын өйрәнергә кәрәк. Киләсәк һөнәрҙәре баҙарын ныҡлы тикшереү талап ителә. Әлегә бының менән шөғөлләнергә теләүсе юҡ, теләгән хәлдә лә ресурстар һәм мөмкинлектәр сикле. Уҡыу йорттары уҡытыусыларына студентты йәһәтерәк диплом тоттороп сығарып ебәрергә, ә бизнесҡа табыш артынан ҡыуырға кәрәк. Улар ҡасан үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә тотонор – билдәһеҙ.
Хатта эш шуға барып етте: махсус йүнәлтмә буйынса уҡығандар ҙа аҙаҡтан хеҙмәт урыны таба алмай йонсой. Мин белгән шундай бер егет Санкт-Петербург ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алды. Уға иптәштәре көнләшеп ҡараны. Берҙән, ҙур мәркәздә, илдең мәҙәни үҙәгендә уҡый, икенсенән, ҡайтыуына эше лә әҙер буласаҡ. Шулай булмаһа ине! Егетебеҙ ҡулына диплом алып, тыуған төйәгенә аяҡ баҫҡас, уны бында көтмәүҙәре асыҡланды. Ә бит ситтә ҡалманы, һөнәре лә ауыл, ер эшенә бәйле... Ахыры, ярты йыл тегендә-бында һуғылып йөрөй торғас, сараһыҙҙан бер шәхси эшҡыуар менән хеҙмәттәшлек итергә риза булды.
Ау-у! Ҡайҙа һеҙ, махсус йүнәлтмә буйынса уҡытҡан студенттарыбыҙ беҙгә килмәгәс, дәүләт уны уҡытырға түккән аҡсаны кире ҡайтарһын тип лаф орған эш биреүселәр! Тағы ла бер парадокс түгелме һуң был...
Әлегә сығарылыш класы уҡыусыларына алдарындағы мөһим проблема менән япа-яңғыҙ ҡалырға тура килә. Хеҙмәт баҙарын үҙаллы өйрәнергә. Хәҙер еңел – Интернет бар бит, тиергә ашыҡмағыҙ. Бына ундағы 2020 йылдан һуң популяр буласаҡ һөнәрҙәр исемлегенә күҙ һалығыҙ әле: энергияны аҙ ашаусы йорттар архитекторы, төҙөлөш экоаналитигы, глазир, технолог-рециклинг, яңы металдар конструкторы, экологик яҡтан таҙа кейем эксперты, яңы тауарҙар проектлаусы, мультивалюталы тәржемәсе... Һанап сыҡҡансы ғына тел һындырырлыҡ бит! Өлкән кешенең аңына һыймаҫлыҡ исем-атамаларҙы үҫмер нисек төшөнһөн дә ул һөнәр кешеһенең перспективаларын ҡайҙан белһен!
Ҡыҫҡаһы, был юҫыҡтағы мәсьәләләр – үҙе бер оло ғилем майҙаны. Дәүләт, ниһайәт, үҙе ҡыҙыҡһыныу белдереп, унда тәртип урынлаштырмайынса, беҙҙең уҡытыусыға уҡыған йәштәр һатыусы булып эшләүҙән, ә өмөтлө белгестәр сит илгә ағылыуҙан туҡтамаҫ.




Вернуться назад