Хужаһына күрә – нужаһы йәки Ҡыйғы районы ни сәбәпле көрсөккә терәлеп бара?06.04.2016
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов район һәм ҡала етәкселәренең һәммәһен дә халыҡҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ, асығыраҡ булырға саҡыра. Эш мөхитен яҡшыртыу, бизнес менән шөғөлләнергә теләгәндәргә теләктәшлек күрһәтеү, административ кәртәләрҙе бөтөрөү, сәнәғәтте үҫтереү – мөҡәддәс бурыстар, тип аныҡ билдәләне ул. Әммә, Рөстәм Зәки улының ныҡлы талабына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер төбәктәрҙә түрәләрҙең яуапһыҙлығы, баш-баштаҡлығы һаман дауам итә, үҙ сиратында урындағы халыҡтың йәшәү кимәле күҙгә күренеп түбәнәйә.
Яңыраҡ республиканың Контроль-иҫәп палатаһында ошондай яҙмышҡа дусар булған Ҡыйғы районы буйынса айырым һөйләшеү ойошторолдо, төбәкте бәләнән ҡотҡарыу юлдары ҡаралды.
– Былтырғы күрһәткестәрҙе 2011 йылғы менән сағыштырып ҡарағанда, районда бер нисә йүнәлеш буйынса кире динамика күҙәтелә, – тип башланы сығышын Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Фирүзә Ғәлиева. – Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе предприятиелар кәмегән, сәнәғәттә лә, сауҙала ла хәлдәр хөрт, эшҡыуарҙар һаны 51-гә аҙайған. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы Ҡыйғыла 2014 йылда ни бары 50 процентҡа үтәлгән...
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡыйғылар 2014 йылда социаль-иҡтисади хәл буйынса 42 муниципаль район араһында 35-се урынды биләгән, ә бюджет системаһы буйынса тағы ла ике баҫҡысҡа түбән тәгәрәгән. 2015 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтарына күҙ һалһаҡ та, был район исемлектең аҙағында.
Фирүзә Кәшфулла ҡыҙы белдереүенсә, төбәктә, ҙур мөмкинлектәр булған осраҡта ла, файҙаланылмаған объекттар бихисап. Мәҫәлән, Арыҫлан ауылында бынамын тигән бина буш тора. Муниципаль милек реестрына төҙөлөп бөткән объекттар һәм муниципаль мөлкәт, шул иҫәптән һыу һәм газ торбалары, электр линиялары, етем балалар өсөн төҙөлгән торлаҡ, автомобилдәр индерелмәгән. Эшҡыуар Г.Р. Зәйнуллина ер участкаларын файҙаланған өсөн бурысҡа батҡан булған, ә уға ҡуртым хаҡын түләү срогын боҙғанға бер ниндәй ҙә пеня ҡаралмаған. Район етәкселәре биргән мәғлүмәт буйынса, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр менән “Росреестр” базаһындағыһы араһында ҙур ғына айырмалыҡтар күҙәтелә. 1 мең 800 гектар ер эшкәртелмәй ята! Шулай уҡ “Восход” агрофирмаһы 200 гектар ерҙе, бер ҡайҙа ла теркәмәйенсә, үҙ белдеге менән файҙалана.
Дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән финанс сығымдарын һөҙөмтәһеҙ һәм маҡсатҡа ярашһыҙ тотоноу осраҡтары ла теркәлгән. Мәҫәлән, район үҙәге Үрге Ҡыйғыла һыу үткәргәндә аҡса менән бәйле етешһеҙлектәргә юл ҡуйылған. Ҡолмәт ауылында иһә урамдар буйлап газ торбалары һалынған, ә өйҙәргә ҡасан “зәңгәр яғыулыҡ” килерен белеүсе юҡ.
– Ярай, һеҙ ауыл хужалығы, иҡтисад буйынса хәбәрҙар түгел, ти. Бәлки, мәғариф өлкәһен яҡшы беләһегеҙҙер? Улай икән, райондағы 19 белем биреү учреждениеһының лицензияһы юҡлығын нисек аңлатырһығыҙ? – тине аудитор Елена Петрова. – Уның ҡарауы, ҡыйбатлы “Тойота Камри” автомобилен алырға аҡса ла, ваҡыт та тапҡанһығыҙ. Бөгөн генә республика яңылыҡтары менән танышҡанда һеҙҙең районда бер нисә янғын сығыуын белдек...
Районды иҡтисади йәһәттән һауыҡтырыу ысулдары күп, тиелде ултырышта. Мәҫәлән, йылҡысылыҡ йүнәлешенең уңайлылығы, туризмды үҫтереүгә тотоноу, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү мөмкинлеге билдәләнде. Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисовҡа төбәлеп: “Һәр йәһәттән дә кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, сөнки быны ситтән килеп берәү ҙә эшләмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта райондағы социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең түбәнлеген көрсөк менән бәйләргә ярамай. Көрсөк – ҡайһы берәүҙәрҙең уйында, башында ғына”, – тине.