Һыу – йәшәү сығанағы06.04.2016
Һыу – йәшәү сығанағы Йомшаҡ карауаттың ҡәҙере ҡаҡ урындыҡта ятҡанда беленеүен хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында тойҙом. Әсәй ҡабартып түшәгән диванда рәхәтләнеп йоҡлап өйрәнгәс, бында әйләнеп-тулғанып бер булдыҡ. Айырыуса ябыҡ егеттәр ыҙа сикте, шул иҫәптән ошо юлдарҙың авторы ла. Уң яҡҡа боролһаң да, һулға әйләнеп ятһаң да тән ауыртып йонсотто. Кемгә нисектер, һәр хәлдә, тыуған йорт мөхитен һағындыҡ...
Ҡәҙер тигәндән, ошоларҙы ҡағыҙға теркәгәндә ирекһеҙҙән бер хәл иҫкә төштө: моғайын, үҙ ғүмеремдә тәүге сарсауҙы йәйге селләлә кисергәнмендер. Һауала кәпәс ҙурлыҡ та болот күренмәгән эҫе көндә, әлһерәшеп, утау менән булабыҙ. Элек һәр өйгә эшкәртеү өсөн сөгөлдөр баҫыуынан бер өлөш бүлеп бирә торғайнылар бит. Партия идараһының ҡаты мәле, буйһонмай ҡара! Ҡышҡылыҡҡа бесәнһеҙ, утынһыҙ һәм ашлыҡһыҙ тороп ҡалыуың бар, унан бигерәк хөкөмгә тарттырыуҙары ихтимал. Өйҙән алып килгән сәй шунда уҡ бөтә. Әгәр участкаң ауыл янында түгел, ә баҫыуҙың арғы осонда булһа, йомошсо бабай йылытып ташыған һыу йыш ҡына етмәй ҡала. Түҙәһең, телде арҡыры тешләйһең, ҡасан төш йәки кис етерен көтәһең.



Ҡытлыҡ булырмы?

Әле өйгә ҡайтып, ҡасан кранды асма – һыу шабырлап аға, эштә лә шулай уҡ. Ауыл менән ҡала араһында көнкүреш йәһәтенән айырма юҡ тиерлек. Элек кенә ул ауылда бөтөнөһөнә бер ҡоҙоҡ ине, хәҙер иһә һәр кемдең ишек алдында – айырым колонка. Үҙәкләштерелгән һыу торбалары булған осраҡта ла. Тик, шундай уңайлыҡтарға ҡарамаҫтан, “һыуға дефицит булыуы көтөлә” тигән шомло хәбәр әленән-әле ишетелеп ҡала. Һыуһыҙлыҡ бигерәк киҫкен проблемаға әйләнеп барамы әллә?
Һыуҙы тиккә генә йәшәү сығанағы тимәйҙәр. Ер шарының 71 процентын тәшкил итә ул. Һыу планетаһында йәшәйбеҙ, тиеү ҙә дөрөҫлөккә тап килер ине. 510 миллион квадрат километр майҙандың 360-ын океан тәшкил итһенсе! Ә ысынында гидросфера (Ер шарының шыйыҡ ҡатламы шулай атала) беҙ уйлағандан байтаҡҡа ҙур. Мәҫәлән, мәңгелек боҙ ҡоро ерҙең 11 процентын биләй, күл, йылға, шишмә һәм канал­дарҙың бихисап икәнен дә иҫәпкә алайыҡ. Бынан тыш, һаҙлыҡ һәм батҡаҡтарҙы ла ҡәләм осона элһәң... Ғөмүмән, Ер шарының дүрттән өс өлөшө һыу менән ҡапланған тип әйтеү һис кенә лә арттырыу булмаҫ.
Ошоларҙы күҙ алдына баҫтырһаң, хәүефләнергә урын юҡ та һымаҡ. Һыу һис ҡасан да бөтмәҫ тәбиғәт байлығы кеүек тойола. Ләкин... Йәшерен-батырын түгел, сифатлы эсәр һыуға ҡытлыҡ арта. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Планета халҡының йылдам артыуы, уға өҫтәп климаттағы киҫкен үҙгәрештәрҙең йышайыуы, урбанизация, ауыл хужалы­ғындағы һәм сәнәғәттәге ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ урынлаштырмау, сүп-сарҙы кәрәкмәгән урынға түгеү һәм башҡалар – төп сәбәп. Йылдан-йыл эсәр һыу запасының кәмеүе, шунлыҡтан уға ихтыяждың арта барыуы глобаль проблемаға әйләнә бара.


Ғалимдарҙың фекере


Бөтә яҡтан ҡарағанда ла, тиҙҙән эсәр һыуҙың дефицит буласағы шикләндер­мәй. Уның хатта һулар һауа кеүек ҡәҙерлегә әйләнеүе бик ихтимал.
БМО мәғлүмәттәренә ярашлы, әле донъялағы 1 миллиард 200 мең тирәһе кеше нәҡ һыуһыҙлыҡ арҡаһында насар шарттарҙа көн күрергә мәжбүр. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Был тотош Ҡытай халҡы менән бәрәбәр! Улай ғына ла түгел, яҡынса ике миллиард кеше даими рәүештә бер йотом һыуға зар-интизар. Сағыштырыу өсөн: Ҡытай, АҠШ, Индонезия һәм Бразилия илдәрендә шул сама кеше иҫәпләнә. Яҡын киләсәктә хәлдең тағы ла киҫкенерәк төҫ алыуын белгестәр былай фаразлай: шул ике миллиардты теүәл икегә ҡабатларға кәрәк. Әлегә Ер йөҙөндә 7 миллиардтан саҡ ҡына күберәк кеше йәшәй...
Тағы бер ҡыҙыҡлы күренеш. Континенттарҙа йылға-күлдәр тигеҙ урынлашмаған, шул үҙ сиратында проблемаға юл яра ла инде. Мәҫәлән, дөйөм халыҡтың 70 проценты Европа менән Азияға тура килә, ә бында донъя запасына ҡараған эсәр һыуҙың 39 проценты ғына тупланған. Европаны ғына алғанда (эсәр һыуҙың 7 процентына эйә), был материкта кешеләрҙең 20 проценты тирәһе йәшәй. Хатта ки донъяла шундай мөйөштәр бар – уларҙа эсәр һыу алтынға бәрәбәр. Мәҫәлән, Африкала кемдәрҙер көндәр буйы дымлы ҡомда ҡаҙынырға мәжбүр (эйе, дөрөҫ уҡынығыҙ – ҡаҙыныу, ә ҡыҙыныу түгел). Иң ныҡыштары ла тәүлегенә ике литр тирәһе генә һыу табыу бәхетенә өлгәшә. Йәки бәғзе бер илдәрҙә бала-сағаға хәрәкәтле уйындар ойоштороу тыйыла, сөнки тирләйҙәр һәм организмындағы һыуҙы юғалталар. Ул яҡтарҙа эсәр һыу ямғырҙан һәм кокос һөтөнән генә алына.
Баҡтиһәң, ситтән ташып эсеүселәр ҙә күп кенә. Ҡайҙа тиһегеҙме? Дүрт мил­лион кеше йәшәгән Гонконгта, мәҫә­лән. Унда эсәр һыу торба үткәргестәр аша Ҡытайҙан килә, танкер ҙа өҙлөкһөҙ ташый. Шулай уҡ Токио һыуһауҙы даими тойоп йәшәй. Алжирға ла һыу ситтән килтерелә. Яңы Зеландия Сәғүд Ғәрәбстанын һыу менән тәьмин итә, ә Норвегия Япония менән Голландияға һыу һата. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, 3 миллиард кеше сифаты яҡшы булмаған һыуҙы сараһыҙлыҡтан эсә, шуның арҡаһында ауырыуҙар артҡан­дан-арта. Әйткәндәй, һәр унынсы кеше бысранған һыу эсеү һөҙөмтәһендә төҙәлмәҫлек сиргә дусар була.
Әҙәм балаһының тәғәм ризыҡ ҡап­майынса бер нисә аҙна көн итеүе мөм­кин, ә бына һыуһыҙ 2-3 тәүлектән дә артыҡ йәшәй алмай. Тәүлегенә 2 литр тирәһе һыу эсергә тейешбеҙ. Тәнебеҙҙең бит 80 проценты һыуҙан тора.
Эсәр һыу күләме буйынса Рәсәй донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Байкал күлендә генә лә донъялағы эсәр һыу запасының 20 проценты тирәһе тупланған.
“Ун өс” кинофильмындағы кеүек килеп сыҡмаһын ине. Самалы булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең хәрбиҙәр “һыуҙа ҡойоноп” басмачтарҙың күҙен ҡыҙҙыра унда. Бер йотом һыуға сарсаған дошмандың уның һайын асыуы ҡабара. Яралы йыртҡыстан да уҫалыраҡ ҡыланалар...
Эскән һыуыңа төкөрмә, тибеҙ. Ғибрәтле хикәйәтте белгәндәр яңынан уйланһын, белмәгәндәр хәтер һанды­ғына һалһын. Борон кескәй генә һыуҙы берәү ҙә яратмаған, ти. “Әшәке, етмәһә, юлдың ҡап уртаһында ята бит әле”, – тип уны урап үткәндәр. Тик бер бала ғына унда кәмә йөҙҙөрөп уйнап, күңел тыныслығы тапҡан. “Йәһәт кенә ҡайтып кит, тапҡанһың уйнар урын”, – тип өлкәндәр малайҙы тыйған. Бер ваҡыт күләүектән ҡотолоу өсөн уны күмергә уйлағандар, ә быға һыуҙың асыуы ҡабарғандан-ҡабарған. Үс итеп, ямғыр яуғанда саманан тыш киңәйгән, ҡар ирегәндә тағы ла артҡан, эргәләге шишмә лә уға ағып төшкәс, ҙурайған ғына. Шулай һыу, ай үҫәһен көн үҫеп, ҡасандыр бысраҡ күренгән күләүектән оло диңгеҙгә әүерелгән. Бик ҙур майҙанға йәйелгәс, халыҡ бүтән яҡҡа сигенергә мәжбүр булған. Төрлө балыҡтар үрсегән, ҡош-ҡорт төйәк иткән диңгеҙҙе. Үҙенең көсөн тойған һыу кешеләргә теге ваҡыт өсөн һаман үс һаҡлаған. Һауала ҡара болоттарҙы ҡуйыртҡан, ел ярҙамында дауыл бар­лыҡҡа килтергән ул, бейек тулҡындар үҙ-ара бәргеләшкән-сәкәләшкән. Шул саҡ, иң ҙур тулҡын ҡойроғо менән кешеләргә һуғырға ғына торғанда, көтмәгәндә теге бала уның алдында пәйҙә булған да телгә килгән:
– Ҡайһылай күркәм икәнһең, ниндәй мәғрурһың, ә миңә ни өсөндөр һинең менән дуҫлашырға рөхсәт итмәнеләр. Ошонан ары һине ташламаҫҡа ант итәм – мәңге хеҙмәт итәсәкмен. Әгәр ҙә ғүмеремде алһаң, был – минең өсөн бәхет.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән һыу боларыу­ҙан туҡтап ҡалған, тулҡындар тынысланған, ел дә тымған...
Һыуҙың тамсыһын да әрәм-шәрәм итмәҫкә өйрәтте өлкәндәр. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, һыуҙы артыҡ тотоноп ташлайбыҙ. Алыҫ йөрөйһө түгел: боҙоҡ кранды шунда уҡ рәтләп ҡуйырға ҡул теймәй, был эште оҙаҡҡа һуҙабыҙ, шулай уҡ йыуынғанда самаһыҙ ағып тора һыу. Кемдер: “Мин белеп тотонам да ул. Бүтәндәр мулыҡҡас, һаҡсыллығымдан ни фәтүә?” – тиер. Әгәр тәртипкә күнгәнһегеҙ икән, афарин! Тора-бара күршеңдең дә һинең өлгөгә эйәреренә шикләнмәйем. Уға башҡалар ҙа ҡушылыр...




Вернуться назад