Дәғүә урынлы06.04.2016
Күптән түгел хаҡлы ялдағы Римма Яҡупова үҙенең мәнфәғәттәрен яҡлауҙы һорап юғары даирәләргә ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Уның белдереүенсә, республикабыҙҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексындағы “Ярамаған урында урам сауҙаһын йәки көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙе ойоштороу, тормошҡа ашырыу” тигән статьяһы граждандарҙың Конституцияла билдәләнгән хоҡуҡтарына ҡаршы килә.

Башҡортостандың Конституция суды судьяһы-секретары Фларит Моратшиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм ҡулланылыштағы биләмәлә урам сауҙаһын йәки көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙе ойоштороусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шарттар түбәндәгесә: граждандарға – 500 һумдан 1500 һумға хәтлем; вазифа биләгәндәргә – 20 мең һумдан 40 мең һумға тиклем; ойошмаларға – 50 мең һумдан алып 100 мең һумғаса.
– 7700 һум ғына пенсия алам, шуға күрә лә урамда тороп һатырға мәжбүрмен, – тине Римма Яҡупова. – Бының өсөн миңә йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре йыш ҡына штраф сәпәй. Юғары даирәләргә урын һорап күпме генә мөрәжәғәт итмәнек – файҙаһыҙ. Хатта кеше йөрөмәгән ерҙән урын тәҡдим итәләр...
Конституция судындағы фекер алышыуҙа ҡатнашҡандар билдәләүенсә, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың әле телгә алынған статьяһы Башҡортостан закондарына ла, федераль ҡануниәткә лә ҡаршы килмәй, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын да боҙмай. Халыҡтың дәғүәләрен иҫәпкә алып, пенсионерҙар өсөн айырым социаль баҙар ойошторорға кәрәктер, бәлки, тине белгестәр.




Вернуться назад