Тармаҡта үҫеш бар06.04.2016
Башҡортостанда 2011–2015 йылдарға иҫәпләнгән Төҫлө металлургияны үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин хәбәр итеүенсә, программа саралары бюджеттан тыш сығанаҡтар – Урал тау-металлургия компанияһы ҡарамағына ингән биш предприятие аҡсаһы – иҫәбенә тормошҡа ашырылған. Министр әйтеүенсә, 2011–2015 йылдарҙа тау-руда предприятиелары ошо эшкә 27,4 миллиард һум бүлгән. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, төҫлө металлургияны үҫтереү йәһәтенән ҡуйылған маҡсат уртаса 85–90 процентҡа үтәлгән. Шул уҡ ваҡытта төбәктә алтын, көмөш кеүек ҡиммәтле металдар сығарыу артҡан. Һалым түләү буйынса үҫеш 24 процент тәшкил итә.
Бынан тыш, тармаҡта 530 яңы эш урыны булдырылған, уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 9,7 процентҡа артҡан.