Килемең сығымыңа тап киләме?06.04.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа депутаттарҙың килемдәр һәм сығымдар, мөлкәт һәм мөлкәт йөкләмәләре хаҡында мәғлүмәт тапшырыуы тамамлана.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, быйыл парламентарийҙар был ғәмәлгә яуаплыраҡ ҡарай, сөнки ул яңылыҡ түгел, ярайһы уҡ яйға һалынып өлгөргән. “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатының статусы тураһында”ғы республика Законының 11-се статьяһы нигеҙендә үҙенең һәм ғаилә ағзаларының мөлкәтенә ҡағылышлы мәғлүмәтте депутат Дәүләт Йыйылышының махсус комиссияһына 1 апрелгә тиклем тапшырырға тейеш. Унда парламентарийҙың, уның хәләл ефетенең һәм бәлиғ булмаған балаларының күсемһеҙ мөлкәте, уны алыуға тотонолған аҡса сығанағы, мөлкәткә ҡағылышлы башҡа йөкләмәләр күрһәтелеүе мотлаҡ.