Миҙал эйәһен тапты06.04.2016
Миҙал эйәһен тапты Ошо көндәрҙә Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Суслов һәм уның яҡындары ҡыуаныслы, шул уҡ ваҡытта үтә лә тулҡынландырғыс мәл кисерҙе: яугирҙе 72 йылдан һуң III дәрәжә Дан ордены эҙләп тапты. Дөрөҫөрәге, киреһенсә килеп сыҡты.

Туҡһан йәшлек ветерандың балалары бәләкәй саҡтан уҡ атайҙарының “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм башҡа наградалары араһында III дәрәжә Дан ордены ла булырға тейешлеген белеп үҫә. Ни өсөн тигәндә, фронтовик атайҙары йәшерәк сағында яу йылдары тураһында хәтирәләрендә һәр ваҡыт орден менән бүләкләнеүе хаҡында һөйләгән була. Олоғая килә йәнә был хаҡта иҫенә төшөрөп ҡуя.
Былтыр бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә яугирҙең кесе ҡыҙы Татьяна Коллерова улы менән “Халыҡ батырлығы” берләштерелгән мәғлүмәт базаһына, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы доку­менттарҙың электрон йыйылмаһы сайтына инеп, атайҙарының исем-шәрифен, уның фронтҡа алынған урынын, йылын яҙып эҙләгән. Тырышлыҡтары бушҡа булмаған уларҙың: унда ветерандың орден менән бүләкләнеүе тураһында мөһим мәғлүмәткә юлыҡҡандар. Уның нигеҙендә тейешле урынға запрос ебәрелгән, һөҙөмтәлә ефрейтор Александр Сусловтың 1944 йылдың ноябрендә III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнеүе, әммә награданы тапшырыу тураһында мәғлүмәт булмауы, награданы алыу мәсьәләһе буйынса йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында хәбәр килгән. Шулай итеп, ветеран фашист илбаҫарҙарына ҡаршы үлемесле яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бирелгән орденды етмеш йылдан ашыу ваҡыт үткәс алды.
Александр Павлович сығышы менән ошо райондың Александровка ауылынан. 16 йәше менән барғанда һуғыш башланған. 1942 йылда егет Воскресенский район хәрби комиссариатынан хәрби хеҙмәткә алынған. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы II Украина фронтында һуғышҡан мәл­дә, 1944 йылда, ҡаты яраланып госпиталгә эләккән, һауыҡҡас, дош­манға ҡаршы тағы ла аяуһыҙыраҡ алышҡан. 1945 йылдың сентябрендә тыуған яғына ҡайтыу бәхетенә ирешкән.
Һуғыш ветеранының бөтә хеҙмәт юлы ҡаланың шәкәр заводы менән бәйле. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда водитель булып эшләгән ул. Һөҙөмтәле һәм оҙаҡ эшләгәне, предприятиены үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Екатерина Михайловна менән балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәр­ҙәренең уңыштарына, күк йөҙөнөң тыныс булыуына ҡыуанып, иртәгәһе көнгә яҡты ниәттәр менән йәшәйҙәр.
Юғалған награданың табылыуына балаларса ҡыуанды яугир. Мәләүез, Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы буйынса хәрби комиссариат начальнигы Рөстәм Ҡантимеров түшенә ҡаҙаған III дәрәжә Дан орденын үҙенең генә түгел, хеҙмәттәштәренең, тотош совет халҡының ҡаһарманлығы символы булараҡ ҡабул итте ул.




Вернуться назад