Умартасыларҙың мәшәҡәте артҡан мәл етте. Улар ҡышлап сыҡҡан һәр күскә үрсеү өсөн шарттар булдырырға ашыға. Тәүге таҙарыныу осошо көнөндә умартасылар бал ҡорттарының осоуын күҙәтә, шуға ҡарап, нисек ҡышлауҙарын асыҡлай.Бал ҡорттары бик һирәкләп кенә осоп торған йәки бөтөнләй осмаған умарталарҙы шунда уҡ ҡарап сығалар, сөнки яҡшы ҡышлаған күстәр ҙә, умарта кейәһенең ябыҡ булыуы сәбәпле, оса алмай тороуҙары мөмкин. Ә үлгән күсле умарталарҙы бөтөнләй алып ҡуйыу мотлаҡ. Умарталарҙы сығарғас та (тәүге таҙарыныу осошонан һуң), эшсе ҡорттар тирә-яҡҡа оса, һыу килтерә, тәүге сәскәләрҙән бал һуты һәм һеркә ташый башлай.
Онотолоп асыҡ ҡалған баллы рамдарҙан йәки асыҡ ҡалған ҡортһоҙ умарталарҙан бал да алыуҙары ихтимал. Шулай көслө күстәр көсһөҙҙәрҙең балын үҙ ояларына ташып алыу осраҡтары күҙәтелә. Быны умартасылар телендә “бал ҡорттарының урлашыуы” тип йөрөтәләр. Былай аңлатыу бал ҡорттарының дәрәжәһен кәметә һәм был хәлде дөрөҫ аңларға ҡамасаулай.
Бал ҡорто ҡыҫҡа ғына ғүмерендә (40 көн самаһы йәшәй) бала тәрбиәләй, кәрәҙ төҙөй, ояһын һаҡлай һәм аҙыҡ запасы булдырыу өсөн күп эш башҡара. Әгәр умартасы ҡалдырып киткән баллы кәрәҙҙән бал ҡорттары әҙер бал ташырға өйрәнеп, был рамда бал бөткәс, күршеләренең балын ташый башлаһа, был осраҡта тик умартасы ғына ғәйепле. Бындай хәл булмаһын өсөн, запас аҙыҡ бал ҡорто инә алмаҫлыҡ урында һаҡланырға тейеш. Умарталарға ҡорттар инә алырлыҡ кейәнән башҡа юл ҡалдырырға ярамай. Тәүге көндә үк ояларҙы яҡшылап йылытырға кәрәк, кейәләрҙе өс-дүрт ҡорт үтерҙәй итеп тарайталар. Бигерәк тә көсһөҙ күстәрҙең кейәләрен тарайтыу бал ҡорттарының “урлашыуына” ҡаршы мөһим сара булып тора. Әгәр умарталыҡта тик урындағы ҡорттар ғына аҫралһа һәм һәр бал ҡорто ғаиләһендә 10 – 12 килограмм аҙыҡ запасы булғанда, умартасы һаҡ, таҙа эш итһә, бал ҡорттарының икенсе умарталарҙан бал ташыу осрағы күҙәтелмәй.
Һауа температураһы 14 – 15 градусҡа күтәрелгәс, ҡышлаған бөтә күстәрҙе ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Был эште башҡарыу өсөн умарталыҡта 20–30 буш таҙа умарта, бер-ике килограмм балы булған таҙа кәрәҙле рамдар әҙерләп ҡуйыла. Әгәр ҡорттар ҡышҡы осорҙа рамдарҙы һәм умартаны бысратһа, уларҙы таҙа умартаға күсерергә кәрәк.
Күстәр һәйбәт, имен ҡышлаһа, оя ҡоро һәм таҙа булғанда, уларҙы таҙа умартаға күсереү мотлаҡ түгел. Был осраҡта умартаның төбөн генә алмаштыралар, ә сөйләп ҡуйылған умарта төптәрен үлгән ҡорттарҙан һәм башҡа сүп-сарҙан ҡырып таҙарталар. Бала һалынмаған, бысранған, сифатһыҙ рамдарҙы умартанан бөтөнләй алалар.
Дәфтәргә һәр күстең көсөн, ояла ҡалдырылған рамдар, бала һалынған рамдар һанын, запас балдың, һитәнең күләмен, күстең нисек ҡышлауын, инә ҡорттоң тыуған йылын яҙып баралар. Күстәрҙән бушатылған умарталарҙы ҡырып таҙарталар, эҫе һыу менән йыуалар, ҡояшта киптереп елләтәләр. Күстәрҙе таҙа умарталарға күсергәндә, кәрәҙҙәрҙең таҙалығына иғтибар итергә кәрәк. Яҡшы кәрәҙҙәр инә ҡорттоң ояла бушҡа йөрөүен кәметә, уның йомортҡаларҙы юғалтыуын аҙайта һәм күстең көсәйеүенә ҙур йоғонто яһай.
Бал ҡорто ғаиләһен таҙа умартаға күсереп, уларға үрсеү өсөн шарттар булдырғас, умартасы 20–25 көн самаһы уларҙы тәрбиәләмәй, тик осоуҙарын ғына күҙәтә. Был осорҙа бал ҡорто ғаиләһе тормошонда артыҡ үҙгәреш күҙәтелмәй. Умарталарҙы баҙҙан сығарғас, ғаиләлә ҡорттар һаны егерме көн самаһы бер кимәлдә ҡала, сөнки ҡышлап сыҡҡан ҡорттар күпме үлһә, шул тиклем йәш ҡорт тыуа, күс йәшәрә. Ҡышлаған ҡорттар йәштәре менән алмашынғас, һауа шарттарын иҫәпкә алып, умартасы ояны буш кәрәҙ һәм балауыҙлы рамдар менән киңәйтә, кәрәк булһа, ем дә өҫтәй. Көндәлек дәфтәрҙә һауа шарттарын, тәбиғәттә бал һуты биреүсе сәскәләрҙең сәскә атыуын, үлсәүҙә ултырған ҡорт ғаиләһе ауырлығының үҙгәреүен яҙып бара, яңы балауыҙлы рамдар әҙерләй, иҫке кәрәҙҙәрҙе ҡайнатып, балауыҙ һыға, умарталыҡты сүп-сарҙан таҙарта, бал һуты биреүсе төрлө ағастар ултырта. Умарталыҡтағы был ағастар бал ҡорттарын ҡояш эҫеһенән һаҡлап, улар умарталарына осоп ҡайтҡанда юл күрһәткес булып хеҙмәт итһә, умартасыны төрлө емеш-еләк менән һыйлай. Шуның өсөн күп умартасылар умарталыҡта ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, әлморон, балан, муйыл һәм башҡа ағастарҙы күпләп үҫтерә.
Өҫтәмә аҙыҡ Балға шәкәр ҡушып әҙерләнгән ҡамыр (канди) бал ҡорттары өсөн өҫтәмә аҙыҡ сифатында ҡулланыла. Уны һәр умартасы үҙе яһай ала. Бының өсөн 26 процент шыйыҡ бал һәм 74 процент шәкәр оно (пудра) алына.
Шәкәр ҡомон ҡул тирмәнендә тартып әҙерләйҙәр. Ултырған балды шыйыҡлатыу өсөн, уны 60–65 градустағы эҫе һыуға урынлаштыралар. Бер килограмм ҡамыр яһайым тиһәң, 260 грамм шыйыҡ балға 740 грамм шәкәр онон ҡушып баҫалар. Баҫҡанда өлгөргән ҡамыр ҡулға йәбешмәй айырылып торорға тейеш.
Әҙер ҡамырҙы бер-ике тәүлек йылы урында һаҡлаһаң, ул өлгөрә, сифаты яҡшыра. Уны бер килограмм самаһында полиэтилен пленкаға төрөп, ояға (рамдар өҫтөнә) һалалар. Бирер алдынан пленканың аҫҡы өлөшөн бер нисә урындан ҡорттар инеп йөрөрлөк итеп тишергә онотмағыҙ.
Күстәрҙе баҙҙан умарталыҡҡа сығарғас, ошондай аҙыҡ менән емләү бик уңайлы. Ҡайһы бер умартасылар был эште бал ҡорттарын баҙҙан сығарыр алдынан да башҡара.
Үҫемлектәрҙең
сәскә атыуын билдәләүБал һуты биреүсе сәскәләрҙең ҡасан сәскә атыуын үгәй инә үләненең сәскә атыуынан башлап иҫәпләп белергә мөмкин. Мәҫәлән, биҫтау үләне (баллыҡай) – һигеҙ көндән, туҙғанаҡ – 21, сейә – 29, һары акация – 30, аҡ клевер – 30, ҡурай еләге – 50, ҡандала үләне – 63, йүкә ағасы 75 көндән һуң сәскә ата.
Бал ҡорто ғаиләһен таҙа умартаға күсерер алдынан умарта эсенә таушалған иҫке гәзит һалып яндырһағыҙ, уның эсе йылына һәм таҙара.
Бал ҡорттары ояһына (киндер япма аҫтына) тәмәке япрағы һалһаң, уларҙа варроатоз ауырыуын булдырыусы талпандың кәмеүе күҙәтелә. Бейек ҡаҙыҡтарҙа (50–60 сантиметр) ултырған умарталарҙа варроатоз талпанының аҙыраҡ булыуы күҙәтелә.
Бал ҡорто ғаиләһен ваҡытында белеп тәрбиәләү бик мөһим. Кәрәк-кәрәкмәгәнгә күстәрҙе йыш борсоу уларҙың үрсеүенә ҡамасаулай. Күстәрҙе, ғәҙәттә, көндөң икенсе яртыһында ҡарарға тырышығыҙ, сөнки был ваҡыт күп кенә эшсе ҡорттар яланда була.
Күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә: умартасылар шәхси хужалыҡта аҫраған бал ҡортон, ғәҙәттә, кис тәрбиәләй, был осраҡта ҡорттар төндә тыныслана, ә иртәгәһенә дәррәү эшләй башлай.
Бал ҡортон тәрбиәләгәндә (уларҙың осоуына ҡамасауламаҫ өсөн) умарта алдында торорға ярамай.