Ҡош киҙеүен булдырмау саралары05.04.2016
Ҡош киҙеүен  булдырмау саралары Ауырыуҙы дауалау түгел, иҫкәртеү еңелерәк. Республика биләмәһендә ҡош киҙеүе осрағы әлегә теркәлмәгән, шулай ҙа ул халыҡҡа ҙур хәүеф менән янай.

Ҡош киҙеүе – киҫкен йоғошло ауырыу, уның ҡуҙғалтыусыһы булып вирус тора. Ауырыған ҡоштарҙың хәрәкәтләнеүе насарая, муйын ҡыйшайыуы күҙәтелә. Кикерек һәм алҡалары ҡарайып шешенә, тындары ҡыҫыла.
Йылы яҡтан ҡоштарҙың күпләп ҡайтыуы айҡанлы хәүефтең артыуы, сирҙең тиҙ арала ҙур биләмәләргә таралыу ҡурҡынысы бар. Март аҙағынан июнь баштарына тиклем дауам итә, тип күҙаллана. Ҡош киҙеүе осрағы төньяҡ Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән, республикаға сиктәш Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә теркәлгәне бар.
Яҙ һайын ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыуын шатланып көтөп алһаҡ та, уларҙың Каспий, Ҡара диңгеҙ буйҙарынан киҙеү алып килеүе лә ихтимал. Күсмә ҡоштар күпләп йыйылыр алдынан шәхси йорт ҡоштарына сиргә ҡаршы прививка яһау эшенә әҙерлек алып барыу мөһим.
Ҡош киҙеүен йоҡтормау өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу ҙа етә:
l ҡош-ҡортто шәхси хужалыҡтарҙан ситкә сығарырға, уларҙың ҡырағай ҡоштар менән аралашыуына юл ҡуйырға ярамай;
l хужаларға мотлаҡ санитар-гигиена, ветеринар-санитар ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк;
l ҡош-ҡорт торған урынды таҙа тотоу мөһим;
l йылы көндәрҙә аҙна һайын аҫтын таҙартып, тиреҫен түгеп торорға кәрәк;
l ҡош киҙеүе янаған осорҙа шәхси хужалыҡтағы ҡоштарҙы ябыҡ урында тоторға, ә ихата тирәһенә ҡырағай ҡоштарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡарасҡылар ҡуйырға тәҡдим ителә;
l уларҙы һыу буйҙарына, ҡырағай ҡоштар күпләп йөрөгән ерҙәргә сығарыу тыйыла;
l аҙыҡ өсөн ҡош итен, йомортҡаны тик рөхсәт ителгән урындарҙан ғына һатып алығыҙ;
l йомортҡаның ҡабығын йыуғандан һуң ғына һытығыҙ;
l йорт ҡоштарының һәр бер сәйер күренешен урындағы ветеринарға хәбәр итегеҙ.
Бына шулай. Халыҡҡа борсолорға урын юҡ, тик һаҡланыу саралары күреү мөһим.







Вернуться назад