Аҙна башы ҡатмарлы. Ҡылыҡтарығыҙҙың һаҡ булыуы фарыз – ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе күрмәй ҡалмаҫтар, тип уйламағыҙ. Бер нәмәне лә йәшерә алмаҫһығыҙ, һөҙөмтәлә бик күңелһеҙ ваҡиғаларға тарыуығыҙ ихтимал. Эскерһеҙ, ихлас булырға тырышығыҙ.
Хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы осор. Бигерәк тә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бәйләгән кешеләрҙең килешеүгә барыуы еңел. Алдан һиҙеүсәнлек яҡындарығыҙ менән низағлашыуҙан һаҡлар, уларҙың теләк-хыялдарын алдан күҙаллап, күңелдәрен күрерһегеҙ.
Аҙна аҙағында хис-тойғоларға бирелеүсән булып китерһегеҙ, әммә айыҡ аҡыл да талап ителәсәк. Ҡылыҡтарығыҙҙың сәбәбен асыҡлай алмай йонсорһоғоҙ. Әгәр ҙә быларҙың осона сыға алаһығыҙ икән, киләсәктә байтаҡ проблемаларҙан ҡотоласаҡһығыҙ.
Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)Бик үк уңышлы көндәр түгел, ҡаршылыҡтар күп. Кешеләр менән уртаҡ тел таба алмай йонсорһоғоҙ. Ижади йәһәттән күтәрелеш кисерерһегеҙ, ҡыҙыҡлы фекерҙәр тыуыр.
Буға
(21.04 – 21.05)Алға барыш һиҙелә. Әммә дөрөҫ юлдан атлайһығыҙмы? Бер аҙ туҡтап, уйлап алығыҙ. Хаталарҙы ваҡытында төҙәтә барыу зарур.
Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)Хәл итәһе мәсьәләләр ифрат күп. Етмәһә, дошмандарығыҙҙы тейешенсә баһалап бөтмәйһегеҙ.
Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)Күптән башлаған эштәрегеҙҙе теүәлләй торған көндәр. Киләсәккә пландар ҡороғоҙ. Эргәгеҙҙә теләктәштәрегеҙ күп, шуға ла күңелегеҙ тыныс.
Арыҫлан
(24.07 – 23.08)Бығаса хәл итергә тура килмәгән, сәйер проблемаларҙы хәл итерһегеҙ. Был тәжрибә йәһәтенән бик әһәмиәтле.
Ҡыҙ
(24.08 – 23.09) Эштә лә, өйҙә лә ҡатмарлы осор. Күптәр һеҙгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерер, әммә яңынан-яңы эштәр өҫтәргә лә онотмаҫ. Финанс проблемалары ла буласаҡ.
Үлсәү
(24.09 – 23.10)Ярайһы уҡ уңышлы аҙна. Әлбиттә, ваҡыты-ваҡыты менән ҡаршылыҡтар булыр, әммә уларҙы еңел хәл итерһегеҙ.
Саян
(24.10 –22.11)Һәр йәһәттән ҡыҙыҡлы, ыңғай аҙна. Һөнәри үрҙәрҙе яулау менән бер рәттән, килемдәрегеҙ артыр. Әммә шәхси тормошта күнелһеҙлектәр булыуы ихтимал.
Уҡсы
(23.11 – 21.12)Бер сиктән икенсеһенә бәрелерһегеҙ, шик-шөбһәгә батырһығыҙ. Дөрөҫ юлдан барғанығыҙҙы белеп тә, йүнәлеште һаҡлау ауыр булыр.
Ылаҡ
(22.12 – 20.01)Аҙна башы уңышлы. Был осорҙо етди, төплө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙаланығыҙ. Кешеләргә ҡарата түҙемлерәк булыу талап ителә.
Һыуғояр
(21.01 – 19.02)Көтөлмәгән ҡаршылыҡтар һеҙҙең тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыуы ихтимал. Кешеләр менән мөнәсәбәт асыҡлағансы, үҙегеҙҙең кәйеф-торошоғоҙҙо, үҙ-үҙегеҙҙе тотошоғоҙҙо аныҡ баһалағыҙ.
Балыҡ
(20.02 – 20.03)Эштәр йә һәйбәт, йә насар барыр. Шулай ҙа емешле хеҙмәт өсөн ифрат уңышлы осор. Ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.
Өмөтбикә.