Баланың ни ғәйебе бар?05.04.2016
Рәсәй Енәйәт кодексының “Бәлиғ булмаған­дың ғүмеренә ҡул һуҙыу” статьяһы нигеҙендә 62 йәшлек енәйәттә ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.

Тикшереү күрһәтеүенсә, Өфө ҡалаһында йәшәгән 62 йәшлек олатай иҫерткес эсемлек тәьҫирендә алты йәшлек ейәнен бысаҡ менән сәнскеләгән. Бала тән йәрәхәттәре менән да­уаханаға һалынған. Был вәхшилектең сәбәп­тәре асыҡлана. Оператив-эҙләү, тикшереү эштәре алып барыла.

Вәхшилек

Республикала бәләкәй ҡыҙын көсләүҙә ғәйепләнгән әҙәм аҡтығы ҡулға алынған.

Ғинуар урталарында шәхси клиника табибы сабый балала мәсхәрәләү эҙҙәре барлығы хаҡында полицияға хәбәр иткән. Тикшереү органдары Бәләбәй районының 33 йәшлек кешеһенә “14 йәше тулмаған затты көсләү” статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.
Тикшереү асыҡлауынса, иҫерткес эсемлек тәьҫирендә булған ир үҙенең 8 йәшлек ҡыҙын мәсхәрәләгән. Сабыйҙың әсәһе был ваҡытта киске сменала эшләгән.

Ғаилә менән – рәшәткә артына

Нуриман районында йәшәгән дүрт кеше айырыуса ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Һәр береһенең башҡарған ғәмәленә ҡарап, “законһыҙ торлаҡҡа инеү”, “кеше урлау”, “көсләү” статьялары буйынса ғәйепләнгән 53 йәшлек ир менән 20, 27, 28 йәштәрҙәге өс улы ҡулға алынған.

Тикшереү фаразына ҡарағанда, Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында өс ир, 36 йәш­лек ҡатын ҡунаҡ булған өйгә килеп, уның тышҡа сығыуын һорайҙар икән. Кире яуап алғас, ишекте ватып өйгә инәләр. Ҡа­тынды тышҡа һөйрәп сығарып, санаға ултыр­талар ҙа үҙҙәренә алып ҡайталар. Шул арала әхирәте полицияға шылтырата. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең өйөнә ингәндә атай тейешле кеше өс улы менән гүзәл затты мәсхәрәләгән ваҡытҡа тап була.
Енәйәтселәрҙе ҡаты хөкөм язаһы көтә.

Бала таптың да,
эш бөттө, имеш...


Бала тәрбиәләү буйынса бурысын үтәмәгәне һәм ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтмә­гәне өсөн Октябрьскийҙа йәшәгән ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған.

Әсә еңел тормош алып барған, иҫерткес эсемлектәр эскән һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияла иҫәптә торған булған. Өс йәшлек ҡыҙын олатайҙары тәрбиәләгән, ә бер йәшлек сабыйы үҙе менән йәшәгән.
Бер көн бала ауырып киткән. Дежур табип ҡарағандан һуң, стационарға йүнәлтмә бирә. Әммә әсә кеше быны әһәмиәтле тип тапмай. Икенсе көнөнә ҡунаҡҡа килгән танышы менән байрам ойоштора. Шул арала сабыйҙың сире лә көсәйеп китә: йүткерә, тонсоға башлай. Уны йәлләп, ир хужабикәнән “Ашығыс ярҙам” саҡыртыуын һорай. Тик инде арыу ғына “төшөрөп” өлгөргән әсәлә бала ҡайғыһы булмай. Үтер әле тип, һылтауын таба. Табиптарҙы ир үҙе саҡырта. Баланы “обструктив бронхит” диагнозы менән дауаханаға оҙаталар. Был хәл хаҡында дауахана полицияға хәбәр итә.
Тикшереү үткәргәндән һуң, хоҡуҡ һаҡсы­лары енәйәт эшен аса. Рәсәй Енәйәт кодек­сының 156-сы статьяһына ярашлы (бала тәрбиәләү буйынса бурысын үтәмәү), выж­данһыҙ ҡатынға йөҙ мең һумға тиклем штраф йә холоҡ төҙәтеү эштәре янай.

Эскесенән яҡшылыҡ көтмәгеҙ


Республикала йәшәгән егет олатаһын үлтереүҙә, өләсәһенең ғүмеренә ҡул һуҙыуҙа ғәйепләнә.

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты Яңауылдан 22 йәшлек ир-егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Енәйәтсе табыш алыу маҡсатында олатаһын, һуңынан өләсә­һен бысаҡ менән сәнскеләгән. Үҙе шул мәлдә иҫерек булған. Мәкерен иһә аҙағына еткер­мәйенсә, енәйәт урынынан ҡасҡан. 68 йәшлек ир бер нисә сәғәттән дауаханала мәрхүм булған. 60 йәшлек ҡатын иҫән ҡалған.
Әлеге мәлдә эште тикшереү дауам итә. Енәйәтсе ҡулға алынған.

Көнләшеү
харап иткән


Октябрьский ҡалаһы дауаханаһына тән йәрәхәттәре менән барып эләккән ҡатын тураһында хәбәр алғас та, оператив-тикшереү төркөмө енәйәт урынына юллана.

Хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлауынса, был ҡатын иптәше менән үтеп киткән байрамды бил­дә­ләгән. Әлбиттә, эскән булғандар. Низағ иһә ҡатындың телефондан һөйләшеүе арҡаһында ҡупҡан. Егет уның башҡа ир менән ара­лаш­ҡанынан көнләшә башлай һәм йоҙроҡ төйнәп уға ташлана...
Зыян күреүсе ни бары дауаханала аңына килә. Енәйәтте тикшергән хеҙмәткәрҙәр бер нисә көндән был ирҙе ҡулға ала. Тәфтишсе белдереүенсә, ғәйепләнеүсенең бындай ҡылығы тәүгә түгел икән.

Башҡортостан Прокуратураһы,
Эске эштәр министрлығы
мәғлүмәттәренән.





Вернуться назад