Автокресло ғүмерҙәрҙе һаҡлай05.04.2016
Балалар өсөн һәммәбеҙ ҙә борсола, уларҙы донъяның барлыҡ яуызлығынан араларға тырышабыҙ. Тик ниңәлер сабыйҙарҙы ҡулға алып машинаға ултырғанда был хафаланыуыбыҙ юҡҡа сыға.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдә­лә­үенсә, балалар креслоһын ҡулланыу үлем осраҡ­тарын – икеләтә, ә йәрәхәтләнеүҙәрҙе 70 процентҡа кәметә. Ләкин күптәр, машина һуғылған мәлдә сабыйын ҡулда тотоп ҡала алырмын, тип фаразлай. Креслоһыҙ йөрөгән өсөн янаған штрафтар ҙа водителдәрҙе ул ҡәҙәре ҡурҡытмай.
Бәрелеш мәлендә машинаның тиҙлеге сәғәтенә 50 километр булһа, пассажирҙың тән ауырлығы биш тапҡырға арта. Тимәк, баланың ауырлығы 20 килограмм икән, һуғылғанда ул инде 100 килограмға әйлә­нә. Алға атылған шундай ауырлыҡты ҡулыңда тотоп ҡара инде. Кешеләр ошо хаҡта уйланһын ине.


Вернуться назад