Моңдар ҡайтты ауылға05.04.2016
Моңдар ҡайтты ауылға Йыр-моңға, дәрт-дарманға бай Әбйәлил районының Хәлил ауылында урамдар араһында “Моңдар ҡайтһын ауылға” фестиваль-конкурсы бара. Ауыл урамдарын бүлеп, ике аҙнаға бер ҙур концерт ойоштороу йолаға әйләнгән икән бында. Тамаша урындағы мәҙәниәт йортонда үткәрелә. Концертҡа халыҡ төплө әҙерләнә: көн дә репетицияларға йөрөй.

Ябай ауыл кешеләре үҙҙәрен сәхнә оҫтаһы итеп тоя. Улар урамдар исеменә тап төшөрмәй күңелдәргә үтеп инерлек номерҙар менән сығыш яһай: вокаль, инструменталь, фольклор ан­самблдәрен, миниатюраларҙы көслө алҡыштар оҙата. Концерт ҡарарға ауыл халҡы ғына түгел, хатта күрше-тирәнән дә киләләр. Тамаша залы гел шығырым тулы була.
Һәр урамдың үҙ тарихы, үҙ ветераны, үҙ шә­хесе. Сәхнә түрен “Байыҡ”, “Юлдаш йыры”, “Йәш ғаилә-2015” һ.б. конкурстарҙа ҡатнашҡан ауылдаштар биҙәй. Концерт бер тында үтә, һуңынан инде биләмә башлығы А. Хәй­бул­линға һүҙ бирелә. Конкурс-эстафета тамам­ланғас, иң яҡшы сығыштарҙы һайлап ҙур гала-концерт үткәреләсәк.
Хәлил ауылы халҡы тамашанан көс, ғәйрәт алып ҡайта. Ошондай дәртле кешеләрҙең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуы – бик матур күренеш.
Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
БДПУ студенты.



Вернуться назад