Күңелеңдә нимә һинең?05.04.2016
Күңелеңдә нимә һинең? Һәр көн иртәнге яңылыҡтарҙан башлана. Эшкә барғанда смартфон аша уларға күҙ йүгертәһең. Бына бөгөн Ярославлдә бер йорттоң подъезын шартлатҡандар. Киләһе хәбәрҙә өләсәһен туҡмап үлтергән ир тураһында бәйән ителә. Баҡтиһәң, ейәне баш йүнәтергә аҡса һораған булған. Тик теләгенә ҡаршы килгәс, ҡул күтәреүҙән башҡа әмәлен тапмай. Үҙе әйтеүенсә, үлтерергә һис теләмәгән, яңылыш ҡына ошолай килеп сыҡҡан. Әммә өләсәй хәҙер юҡ инде, үҙенә лә рәшәткә артына “һуҡмаҡ” һалынған. Йәнә уҡыйым: “...ун һигеҙ йәшлек егетте атып киткәндәр”. Ҡаланың ҡап уртаһында...

Мәғлүмәт теҙмәһенең ҡоро телмәре, ә унда – үлем­дәр исемлеге. Туҡтауһыҙ ағылған ҡан һәм кемдеңдер ғүмеренең ахыры... Статистика мәғлүмәттәре күр­һә­теүенсә, ҡомһоҙлоҡ ниәтендәге енәйәттәргә ҡарағанда көнкүреш шарттарында башҡарылғандары күберәк. Ҡайҙан килә һуң бындай ҡанһыҙлыҡ, вәхшилек? Нисек инде үҙең кеүек үк кемдеңдер ғәзиз балаһының ғүме­ренә ҡул һуҙырға мөмкин? Үҙ туғаныңдың, сабы­йыңдың... Юҡ, башҡа һыймай! Бөгөнгө тормош шарттары кешеләрҙе шулай ҡаты күңелле итәме икән? Бала был донъяға бәғерһеҙ булып тыумай ҙабаһа. Ул хатта һөйләшергә, ҡулына ниҙер алырға ла ҡулланмалар буйынса түгел, ата-әсәһенә, тирә-яғына ҡарап өйрәнә.
Психолог Лоренц теорияһы буйынса, кешеләге агрессия хайуандыҡына оҡшаш. Башҡалар араһында иҫән ҡалыу ысулы булараҡ, был биологик яҡтан аңлатыла ла. Тимәк, агрессияға ла йәшәйештең шарттарынан, күргәнеңдән һәм ишеткәнеңдән өйрәнергә мөмкин. Шул уҡ әлеге яңылыҡтарҙан, мәҫәлән, урамда кешелекһеҙлек хөкөм һөрә тигән фекер тыуыуы, һәр кемдең йөҙөндә дошман күренеүе ихтимал. Тик һирәктәр генә кешелеклелек сифатын һаҡлап ҡала, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарға эләгеүенә ҡарамаҫтан. Әммә бәғзеләр иһә үҙҙәренең проблемаларын хәл итеү өсөн сиктән сиккә ташланырға әҙер.
Агрессия буйынса белгес Сергей Ениколопов бер интервьюһында холоҡтоң ҡайһы бер һыҙаттары телеэкрандан һалыныуын әйтеп үтә. Унда аҡҡан ҡандың, йәрәхәтләнгән тәндең күрһәтелеүе көндәлек күренеш булараҡ, башҡа кешенең ҡайғыһына ҡарата күңел әрнеүен тупаҫайта, тип билдәләй ул. Ысынлап та, шулай мәрхәмәтлек юғалалыр, моғайын. Сөнки экрандарҙа кешенең кисереше, һыҙланыуы күренмәй. Яраланған кеше лә һин дә мин йөрөй бирә, уға ҡарағанда, ауыртыу тойғоһо бөтөнләй юҡ һымаҡ. Ә компьютер уйындарында, ана, ҡабаттан тереләһең... Быларҙың барыһы бөгөнгө тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелгән инде.
Яңылыҡтар үҙ хәбәрен өйә бирә. Тик халыҡтың йыйылышып мохтаждарға ярҙам итеүе, шул уҡ ян­ғындан торлаҡһыҙ ҡалғандарға аҡса йыйыуы тура­һында хәбәр күренмәҫ. Мәрхәмәтлек ойошмаларының да изге ғәмәлдәре күҙгә салынмаҫ. Көн һайын кешеләрҙең шәфҡәтлелеге арҡаһында күпме ғүмер һаҡланып ҡала – был һандар беҙгә генә билдәһеҙ. Исмаһам, яңылыҡтар теҙмәһендә күрһәтелмәй үҙҙәре, бары аҙым һайын үлем һүрәтләнә. Шул рәүешле ҡиммәттәр күҙ уңынан төшә, алмаштырыла кеүек. Кисә генә “намыҫ” тигәнең хәҙер килеп көлкөлө күренгәндәй. Бирелгән мәғлүмәтте йотҡан күңелдәр иһә ғәмһеҙ генә йәшәй бирә. Өйҙән сыҡҡанда, урамда берәй күңелһеҙ хәлгә тарырын белә тороп, ҡаршыға килгән йәки эргәңдә барған кешенән дә мәкер көтөп...
Мәрхәмәтһеҙ мәғлүмәттәр төҙөгән мөхиттән үҙен яҡлайым тип, йөрәген ҡатырыуы ла аңлашыла кешенең. Шәфҡәтлеген юйыуы. Юғиһә өҙлөкһөҙ иларға тура килер ине бөгөн.
Ейәненә бысаҡ ҡаҙаған олатай... Ҡатыны менән балаһының ғүмерен өҙгән ир... Ҡыҙын көсләгән атай... Уларҙың һәр береһе, әйтерһең, үҙ-үҙенә ҡул һалған, күңел бушлығында юғалған. Һуң, иң яҡындарың, быуыныңдың дауамын ҡоротоуҙы башҡаса нисек атайһың? Тулыһынса милләт кенә үҙ-үҙен юҡҡа сығарыуға аҙым яһамаһын ине... Бөйөк эпосыбыҙҙа юҡҡа ғына яҡшылыҡты әллә нисәмә тапҡыр ҡабатлап, атыбыҙ итергә ҡушылмаған бит. Тик экрандарҙан ғына киреһе ағыла. Ағымдан күңелдәргә ҡара энергия ла һеңер һәм йыйылып тулышыуҙан ташыр булһа, уны сығарырға осрағын да эҙләп тормай, кеше үҙе үк сәбәп булдырыуы бар.
Кунг-фу йә борондан килгән башҡа көрәш сәнғәте тураһындағы Ҡытай фильмдары иҫкә төшә. Һәр береһендә лә мохтаждарға ярҙам итергә, яманға юл ҡуймаҫҡа тигән аҡыл бирелә. Сәләмәт тормоштоң асылы – физик яҡтан да, рухи яҡтан да нығыныу. Тик үҙебеҙҙең ысынбарлыҡҡа ҡайтһаң, яңы баҙар шарттарында рухиәт кемгә кәрәк инде?! Ижадкәрлектең дә булмауы яҡшыраҡ табаһа. Заман кешеһе иһә, үҙен башҡаларҙан кәм тоймаҫ өсөн, иң һуңғы технологияларға эйә булырға тейешмен тип һанай. Бының өсөн өйҙә плазмалы ҙур телевизор, Apple компанияһы сығарған әйберҙәр һәм башҡа зиннәт­тәрҙең булыуы етә, имеш. Донъя, кешелек тураһында уйланғандар бер кемгә лә кәрәкмәй. Кеше хеҙмәт һәм уңайлыҡтар менән ҡулланыусы булһа, яҡшы. Китапты, гәзитте лә, бәлки, баҙар шарттарына яраҡһыҙ тип, уҡыусы юҡтыр шуға. Йәнә бушлыҡ хасил булғандай.
Әгәр инде енәйәттәр иртә таңдан тәүлек әйләнәһенә ағылған яңылыҡтар теҙмәһе тыуҙырған мөхиткә бәйле икән, тимәк, закондарҙы ҡатылатыу ҙа ярҙам итмәйәсәк. Белгестәр енәйәттең сәбәбенә бәйләгән иҡтисади хәлдең яҡшырыуы ла. Эш хаҡы өҫтәлгән хәлдә лә, кү­ңел бушлығы тулмаясаҡ. Бының өсөн рухи ҡим­мәттәр­ҙе ҡайтарыу, уларҙы телевизорҙан күрһәтергә, гәзит-журналдарҙа яҙырға, ҡыҫҡаһы, һәр ерҙә һөйләргә кәрәк. Туҡтауһыҙ ағылған ҡанды, кеше ғүмерҙәренең ахырын түгел...




Вернуться назад