Виртуаль донъяла ла тишек кәмәгә ултырталар05.04.2016
Виртуаль донъяла ла  тишек кәмәгә ултырталар Интернетта алданмайым тиһәң...
Ғөмүмән, кешеләр хәҙер виртуаль донъяла мәғлүмәт эҙләй, аралаша, кино ҡарай, музыка тыңлай, электрон почтанан, скайптан һәм башҡа уңайлыҡтарҙан ҡуллана. Хатта магазинға ла шунда “йөрөйҙәр”, эш тә эҙләйҙәр. Баҡтиһәң, урлашыуҙар, мутлашыуҙар ҙа киң таралған икән. Кеше тиҙ арала ғына ҙур күләмдә аҡса эшләү тәҡдименә лә юлыға унда. Ә кеҫәне еңел генә ҡалынайтыу кемгә тынғы бирмәҫ – шәп тә инде, ултырған ереңдән генә байып кит әле! Сифатлы дизайн менән еренә еткерелеп эшкәртелгән текст иһә рекламаның тәьҫирен көсәйтер. Тәжрибәһеҙ, бер ҡатлы кешеләр ышанырҙар... Электрон янсыҡҡа тәүге иғәнәһен күсереп, артабан сабыр ғына яуап көтә бирерҙәр...


Беҙ йәшәгән мөхит менән бер рәттән виртуаль донъя ла алға бара. Ҡулла­ныу­сыларҙан хәйлә менән аҡса һурыу алымдары ла әленән-әле яңырып тора. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр тир түгеп аҡса эшләр урынға һаман да “мөғжизәле” ян­сыҡ­ты өҫтөн күрә. Имеш, унда һалған аҡ­саң икеләтә, өсләтә үҙеңә әйләнеп ҡай­та. Улай анһат ҡына булһа икән... Бер кем дә һиңә тик-томалдан байлығын тоттороп китмәҫ. Аҡсаның да буш урында үҫеп сыҡҡаны юҡ әлегә. Шуға ла үҙебеҙҙе интернет-мутлашыусыларҙан мөмкин тик­лем араларға кәрәк. Был йәһәттән уларҙың ҡайһы берҙәре менән танышып үтәйек. Дошманды йөҙгә белеү яҡшыраҡ бит.

1. Интернет-магазиндар менән бәйле мутлашыуҙар.

Күп осраҡта алдашыуҙар интернет-магазиндарҙа үтә арзан хаҡҡа әйбер тәҡдим итеүҙән башлана. Модалы күлдәк булһынмы ул йәки сәғәтме – мөһим тү­гел. Бәғзе бер кешенең уны алғыһы киләсәк. Һуң бындай арзан әйберҙе тағы ҡайҙан табаһың әле? Ошонда мутлашыу­ҙы айыра белергә кәрәк тә инде.
Һатыусының аныҡ адресы йәки телефоны булмауы, хаҡтың бигерәк түбән ҡуйылыуы һағайтырға тейеш. Бындай осраҡта һеҙгә йә яһалма әйбер тәҡдим итәләр, йә аҡсағыҙҙы үҙләштерергә теләйҙәр.
Һатыусыға шылтыратып, алырға телә­гән тауар тураһында һорашырға, техник билдәләрен белешеп, оригиналдыҡы менән сағыштырырға ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Әгәр телефондың теге яғында “ыҡ-мыҡ” килһәләр, биргән мәғлүмәттәре ысынбарлыҡҡа тап килмәһә, был интернет-магазиндан баш тартыу хәйерлерәк булыр. Шулай уҡ һатыусы тураһында белешмә туплау, эшмәкәрлегенә ҡарата башҡаларҙың фекере менән ҡыҙыҡһы­ныу ҙа ҡамасауламаҫ. Курьер хеҙмәтенән ҡулланып, тауарҙы алғанда ғына хаҡын түләһәгеҙ, үҙегеҙҙе мутлашыуҙан аралар­һығыҙ.

2. Фишинг.

Фишинг (инглиз теленән – балыҡ тотоу, ҡармаҡлау) – пластик картағыҙҙың мәғлүмәттәрен алыу.
Күп осраҡта банк йәки түләү системалары исеменән электрон хат ебәрә уғрылар. Тиҙ арала кредитығыҙҙы ҡап­лауҙы йәки үҙгәрештәр менән танышы­уығыҙҙы һорай торғандар. Шулай уҡ ысын банк сайтының күсермәһенә һылтанма ла бирәләр.
Әйтәйек, түләү системаһы үҙгәрә тип, артабан картағыҙҙың мәғлүмәттәрен индереүегеҙҙе талап итерҙәр. Әгәр инде был ҡармаҡҡа эләкһәгеҙ, тимәк, аҡса­ғыҙҙы ла енәйәтселәргә тотторҙоғоҙ тигән һүҙ. Шуға ла Интернетта шикле һыл­тан­малар буйынса күсеү, бигерәк тә унда шәхсән мәғлүмәттәрҙе биреү кәрәкмәҫ. Түләү системалары, банктар бындай һорауҙар менән шылтыратмай, смс-хәбәр ебәрмәй. Бик булмаһа, офисҡа үҙегеҙҙең килеүегеҙҙе һорарҙар.

3. Теләнселәү.
Интернетта хәйриә ойошмаларының, балалар йорттарының матди ярҙам һораған иғландары баҫылып тора. Мутлашыусылар иһә был сайттарҙың күсер­мәһен эшләп, аҡса күсереү реквизиттарын алмаштыра.
Был алымға эләкмәҫ өсөн ойошмаға шылтыратып, иҫәп һандарын аныҡлау йәки, үҙҙәренә барып, тулыраҡ мәғлүмәт алыу яҡшы булыр.

4. Иғтибар, вирус!
Вирустың асылы – бүтән адрес буйынса сәхифәнең күсермәһенә ебәреү. Шул уҡ социаль селтәрҙәргә, Майл, Рамблерға ла ҡағыла был. Әйтәйек, вируслы компьютер аша “Бәйләнештә” селтәренә инергә булғанда, сервер-күсермә исем менән сер һүҙегеҙҙе һорай. Һуңынан, “раҫлау” йәки “активация” кәрәк тип, смс-хәбәр ебәреүҙе үтенә. Тик күпме хаҡ алыныры тураһында хәбәр ителмәй...
Был осраҡта аҡсағыҙ менән социаль селтәрҙәге сәхифәгеҙҙең исем һәм паролен дә тоттораһығыҙ. Артабан мутлашыусылар һеҙҙең исемдән төрлө хаттар яҙа аласаҡ, дуҫтарығыҙҙан шул уҡ аҡса йәки карта һандарын һораясаҡ. Бындай алдашыуҙарҙан иһә туған телдә аралашыу ҡотҡара килә. Ҡәрҙәш дуҫың­дың исеменән килгән сәйер һорауға башҡортса яуап яҙғанда, енәйәтселәр юғалып ҡала...
Йәнә төрлө программаларҙы рекламалап килгән һылтанмалар буйынса инергә ярамай. Юғиһә компьютер автоматик рәүештә вирусты индерәсәк. Әгәр инде социаль селтәрегеҙҙең сәхифәһен емерһәләр, паролде алыштырырға, антивирус ҡуйырға тәҡдим ителә.
Шуны ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: аралашҡан кешене үҙ күҙең менән күр­мә­йенсә, уның уйҙырма түгел икәненә инанып булмай. Интернет аша ебәргән шәхси мәғлүмәттәрҙең, фотоһүрәттәре­геҙҙең үҙегеҙгә үк ҡаршы ҡулланылыуы бар.

5. “Вирусҡа ҡаршы сара табылды”.

Виртуаль донъяны баҫып алған ви­рустарҙың һаны юҡтыр бөгөн. Шуларҙың иң хәүефлеһе тип табылғаны – Trojan.Encoder.20.
Яңы сыҡҡан программа ҡайһы бер сайттар аша йәшерен рәүештә компью­терға ҡуйыла. Ул барлыҡ файлдарҙы шифрлай һәм үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Ә файлды асам тиһәң, смс аша аҡса түләүеңде талап иткән хәбәр сыға. Имеш, вирустан дауа һаталар...
Бындай алдауға эләкһәгеҙ, “Dr. Web” компанияһы сығарған вирусҡа ҡаршы бушлай программаны компьютерға ҡуйыу етә. Ғөмүмән, смс-хәбәр ебәрергә ҡаба­ланмағыҙ, бының менән генә хәл ителмәҫ мәсьәлә.

6. Ситтән тороп эшләү.

Ситтән тороп эшләү тәҡдим иткән иғландар киң таралыу ала. Мәҫәлән, “компьютер операторы”, текст баҫыу. Бындай вакансиялар ысынлап бар ул, тик реаль булғандары бик һирәк.
Кешегә тәүге эш бирер алдынан электрон янсыҡтарына 200-400 һум күсереүҙе һорайҙар. Йәнәһе, был – страховка иғә­нәһе, һәм киләсәктә ошо сумманы улар кире ҡайтарасаҡ. Кеше аҡсаны күсергәс иһә, “эш биреүсе” юҡҡа сыға.
Өйҙә эшләү мөмкинлеген тәҡдим итеү­селәргә артыҡ ышанырға ярамай. Биге­рәк тә “компьютер операторы” вакан­сия­һына. Эш биреүсе менән бәйләнешкә инер алдынан был фирма йә компания тураһында мәғлүмәт табып, кешеләрҙең баһаһы менән танышып сығыуығыҙ яҡшы булыр. Былар барыһы ла шул уҡ Интернетта бар.

Интернет мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.



Вернуться назад