Акциз күтәрелде: бензин ҡиммәтләнерме?05.04.2016
1 апрелдән бензинға акциз — ике һумға, дизель яғыулығына бер һумға артты.
Рәсәй Финанс министрлығы белгестәре әлеге үҙгәрештәр арҡаһында бензинға хаҡ 6,5-7 процентҡа артыр тип фаразлай. Ә акцизды ҡиммәтәйтеү дәүләткә быйыл 89,3 миллиард һум өҫтәмә табыш килтерәсәк икән. Уны бер йыл эсендә ике тапҡырға арттырыу осрағы һуңғы тапҡыр 2013 йылда теркәлгәйне. Федераль статистика хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр илдә инфляция кимәле 12,9 процент булһа, бензинға хаҡ 4,8 процентҡа артҡан.