Иғтибар үҙәгендә — реабилитация үҙәктәре05.04.2016
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа наркоманиянан һәм алкоголизмдан дауалау өсөн реабилитация үҙәктәре эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы үтте.
Яңы барлыҡҡа килгән структура рәйесе, парламенттың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты башлығы Николай Никитин билдәләүенсә, эшсе төркөм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Уның сәбәбе – яңыраҡ ҡына Стәрлетамаҡта булған трагедия. Шәхси социаль үҙәктә янғын сығыу сәбәпле унда реабилитация үткән 12 кешенең ғүмере өҙөлдө.
— Маҡсатыбыҙ – республикала эшләп килгән реабилитация үҙәктәренең эшмәкәрлеге менән танышыу, уларҙың норматив документтарын өйрәнеү, ошондай үҙәктәрҙең пациенттары менән аралашыу. Беҙҙең осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе үҙәктәр эшмәкәрлеге сифатын күтәреүгә, уларға контролде көсәйтеүгә килтерергә тейеш, – тип белдерҙе Николай Никитин.
2014 йылда уҡ республика парламенты тарафынан реабилитация үҙәктәренә контролде көсәйтеү өлөшөндә федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереүҙе күҙҙә тотҡан закондар сығарыу башланғысы әҙерләнгән ине. План буйынса реабилитация үҙәктәренә барыу, шулай уҡ был мәсьәләне ведомство-ара кимәлдә артабан өйрәнеү күҙҙә тотола.