Армияға китә малайҙар...05.04.2016
1 апрелдән Рәсәйҙә 1989 – 1998 йылда тыуған егеттәр хәрби хеҙмәткә алына башланы. Яҙғы саҡырылыш “Оборона тураһында” һәм ”Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы федераль закондарға ярашлы иғлан ителде.

Үҙәк хәрби округы штабы бойороғо буйынса, быйыл яҙ Башҡортостандан 5300-ҙән ашыу кеше Ҡораллы Көстәр сафына баҫа.
18 – 27 йәшлек егеттәргә саҡырыу ҡағыҙын алып, йәшәгән урындары буйынса хәрби комиссариат бүлектәренә килергә һәм саҡырылышҡа бәйле бөтә сараларҙы үтергә кәрәк. Башҡортостанда саҡырылыш буйынса “ҡыҙыу элемтә” телефондары эшләй:
(347) 228-02-92 (консультация-хоҡуҡ пункты),
(347) 276-65-76 (юридик бүлек),
(347) 253-13-48 (хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге),
(347) 250-05-10 (Өфө гарнизоны прокуроры).
Ашығыс психологик ярҙам — 8-800-7000-183.


Вернуться назад