Пенсия артты05.04.2016
Федераль законға ярашлы, 1 апрелдән Башҡортостанда социаль пенсия дүрт процентҡа артты.

Махсус ҡаҙаныштар һәм айырым хеҙмәттәр өсөн (Советтар Союзы, Рәсәй Геройҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Ленин ордены менән бүләкләнгән кешеләр) билдәләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләме лә үҫте. Шулай уҡ инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәргә, радиация йоғонтоһонан зыян күргәндәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт пенсияһы кимәле күтәрелде. Ике түләү алған кешеләргә дәүләт пенсияһы арттырыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Республикала социаль пенсияның уртаса күләме 8598 һум, инвалид балаларҙыҡы 13 689,04 һум тәшкил итәсәк. Һуғышта имгәнеү һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫәбенән булған һәм ике пенсия алған граждандарға түләүҙәрҙең уртаса күләме ярашлы рәүештә 31 849 һәм 32 784 һумға етәсәк.
1 апрелдән республикала йәшәгән 103 мең пенсионер яңы күләмдәге пенсия аласаҡ. Пенсия түләү өсөн ай һайын өҫтәмә рәүештә 35 миллион һум аҡса талап ителә. Финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән, пенсия графикка ярашлы таратыласаҡ.


Вернуться назад