Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышында “Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын һәм тәртип боҙоуҙарын иҫкәртеү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы 151-се республика Законына үҙгәрештәр индерелде.Был Закондың “йәмғиәткә ҡаршы күренештәр” төшөнсәһен, шәхси иҫкәртеү эше алып барылған кешеләр исемлеген, һаулыҡ һаҡлауға идара итеү органдары вәкәләттәрен һәм Законды үтәү гарантияларын билдәләгән дүрт статьяһында “һыра һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр” тигән һүҙҙәр алып ташланған.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡануниәттәге ошо үҙгәрештәргә аңлатма бирҙе.
— Республика Законындағы үҙгәрештәр федераль ҡануниәткә бәйле. Хәҙер һыра менән уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр “алкоголле һәм спиртлы продукция” тигән төшөнсәгә ҡарай. “Бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын һәм тәртип боҙоуҙарын иҫкәртеү системаһы нигеҙҙәре тураһында”ғы 120-се Федераль закон ошоно билдәләй. Үҙгәрештәр Закондағы төшөнсәләрҙең ҡабатланыуына юл ҡуймауға, бәлиғ булмағандар араһында һыраның ҙур социаль хәүефен таныуға йүнәлтелә.
Ш. ҒӘБИТОВ, Л. ИҪӘНҒОЛОВА әҙерләне.