Хеҙмәтте намыҫ биҙәй05.04.2016
Хеҙмәтте намыҫ биҙәй Көнкүрештең төрлө өлкәләрендә намыҫлы эшләгән, Башҡортостандың мәҙәниәт, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт һәм башҡа тармаҡтарын үҫтереүгә күп көс һалған алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Республика йортонда дәүләт наградалары тапшырылды.

Әҙип Бағманов ғүмеренең күп өлөшөн нефть химияһы өлкәһенә арнаған. Ул республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
– 1989 – 1998 йылдарҙа “Өфөоргсинтез” предприятиеһының генераль директоры булып эшләнем. Ҡатмарлы заман булды, әммә алда ниндәй генә ҡаршылыҡ тормаһын, коллектив менән бер­ҙәм рәүештә еңеп сыҡтыҡ. Хатта 1300 ғаиләне фатирлы итеүгә өлгәштек, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған химигы, Өфө ҡа­ла­һындағы Орджоникидзе районының ветерандар советы ағ­за­һы Әҙип Фәтхелбаян улы. – Хәҙер миңә – 75 йәш, әммә ты­рыш хеҙмәтебеҙҙең ошо йәштә лә баһаланыуы һөйөндөрә, ҡанатландыра.
Бүләкләнеүселәр араһында ошондай оҫталар, эшкә йәнен-тәнен аямай сумған, хәләл көсөн һалған хеҙмәткәрҙәр бихисап. Уларҙы тәбрикләп, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов:
– Һөнәри оҫталығығыҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ һеҙ бөгөнгө бүләктәргә. Төрлө өлкәләрҙә эшләһәгеҙ ҙә, һәммәгеҙҙе лә юғары профессионализм, яуаплылыҡ, ил­һө­йәр­лек сифаттары берләштерә. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, республика төп ижтимағи-иҡтисади йәһәттән яҡшы күрһәткестәргә иреште, – тине.


Вернуться назад