Яңы матбуғат секретары05.04.2016
Рөстәм Хәмитов Фәнүр Йәғәфәровты Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат секретары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Фәнүр Мөхәрәм улы Йәғәфәров 1974 йылдың 8 июлендә Мәләүез районының Хәсән ауылында тыуған. Юғары белемле — Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһындағы телевидение студияһының мәғлүмәти программалар дикторы булып башлай. 1994—2004 йылдарҙа — ошо уҡ компанияла мәғлүмәти программаларҙың ижади берекмәһендә мөхәррир, етәксе, сәйәси күҙәтеүсе, 2004—2008 йылдарҙа филиал директоры урынбаҫары, 2008—2010 йылдарҙа телевидениелағы мәғлүмәти программалар хеҙмәте начальнигы, 2010—2016 йылдарҙа директорҙың радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары булып эшләй.
***
Республика Башлығының икенсе бойороғо менән Артем Вәлиев үҙ теләге менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат секретары вазифаһынан бушатылды.