Ҡотлау һүҙе05.04.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсыларына һәм тренерҙар штабына телеграмма ебәрҙе. Унда былай тиелә:
“Хөрмәтле Игорь Владимирович! Хөрмәтле “Салауат Юлаев”тың тренерҙары һәм хоккейсылары!
Һеҙҙе миҙгелде лайыҡлы тамамлау айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Быйыл команда тамашасыларға күркәм уйын бүләк итте, лигалағы көслө командаларҙы еңеп сыҡты. Плей-офф уйындары айырыуса ныҡышмалы һәм көсөргәнешле барҙы. Уларҙа һеҙ Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ын һәм Омскиҙың “Авангард”ын еңеп, Көнсығыш конференция финалына сыға алдығыҙ. Финалда иһә Магнитогорскиҙың “Металлург” командаһы менән уйындарҙа көс-ҡеүәтегеҙҙе, еңеүгә ихтыярығыҙҙы күрһәт­тегеҙ, Континенталь хоккей лигаһының 2015-2016 йылғы миҙгелендә бронза миҙал яуланығыҙ. Башҡортостандың барлыҡ халҡы, үҙенең яратҡан клубын һәр йәһәттән хуплап, киләһе миҙгелдәрҙә команда тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшер тип ышана.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ватан хоккейының даны хаҡына өр-яңы уңыштар теләйем!”




Вернуться назад