Балалар ҙа яңылыҡҡа ынтылғанды ярата05.04.2016
Балалар ҙа яңылыҡҡа ынтылғанды ярата Ҡайҙа ғына, ниндәй генә мөхиттә йәшәмәһен, рухи ҡиммәттәренән айырылмаған кеше ҙур һоҡланыу тыуҙыра. Намыҫ, ихтыяр көсө, тоғролоҡтоң сағылышы ул үҙең булып ҡалыу.

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында ғүмер иткән Айгөл Балағот­динова – тап шундай һоҡланғыс милләттәш­тәребеҙҙең береһе. Ас­ҡын районы ҡыҙы тиҫтә йыл инде күрше төбәктә башҡорт телен өйрәтә. Дәрес үткәреү менән генә хушһынып ҡалмай ул, заманында Яр Саллыла күпләп төйәкләнгән мил­ләттәштәребеҙ ара­һын­да аңлатыу эше алып бара, төрлө саралар, осра­шыу­ҙар ойоштора. Белемен камил­лаш­ты­рыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә педагог. Ошо көндәрҙә рес­пуб­ликабыҙҙа 21-се тап­ҡыр үткәрелгән “Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында ла уңышлы сығыш яһаны.
– Сараның әһәмиәте баһалап бөт­көһөҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты Айгөл Илдар ҡыҙы. – “Йөрөгән таш шымара” тигәндәй, уҡытыусы гелән тәжрибә уртаҡлашып, үҫешкә ынтылып йәшәргә тейеш. Хеҙмәттәштәр менән осрашып, уртаҡ мәсьәлә­ләр хаҡында фекер алышып, сикһеҙ дәрт-дарман алабыҙ.
Быйылғы конкурста 46 педагог көс һынашты. Ярыш ике этапта үтте. Тәүгеһендә уҡытыусы­лар баш ҡала мәктәптә­рен­дә асыҡ дәрес күр­һәтте. Икенсеһендә иһә үҙҙәре төҙөгән мәғариф проекттарын яҡланылар, “оҫталыҡ дәре­се” уҙғар­ҙылар, педагогик баш­ланғыс­тарын тәҡдим иттеләр. Һөҙөмтәлә төр­лө номинация буйынса еңеүселәр билдә­ләнде, биш кеше финалға сыҡты. Төп бүләккә иһә Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова лайыҡ булды. “Һәр саҡ үҫешкә, яңылыҡҡа ынтылыу мөһим. Балалар уҡытыусының шул сифатын айырыуса ярата”, – тине 30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә педагог.
– Һынау майҙанында көндәлек ауыр хеҙмәте­геҙ, фиҙакәрлегегеҙ, маҡ­сат­та­рығыҙ тулы­һын­са сағылыш тапты, – тине конкурсты йом­ғаҡлау тантанаһында рес­пуб­ликаның мәғариф министры Гөлназ Шафи­ҡова. – Тәжрибә менән йәш­лекте берләштергән күркәм тамашаға шаһит булдыҡ. Беҙҙең өсөн барығыҙ ҙа – еңеүсе. Туған телебеҙҙең һа­ғын­да тороп, тотош төбәге­беҙҙең, милләтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең үҫеше­нә ҙур өлөш индергәне­геҙ өсөн һеҙгә сикһеҙ рәхмәт­лебеҙ.
Кисә иһә “Йыл уҡы­тыу­сыһы-2016” конкурсы тантаналы асылды. Педагогтар бөгөн тәүге этапта көс һынаша.



Вернуться назад