Ышаныслы етештереүсене һайлағыҙ01.04.2016
Былтыр “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре 12,2 тоннанан ашыу сифатһыҙ һәм хәүефле аҙыҡ-түлекте, сеймалды әйләнештән сығарған. Элгәрге йылда был күрһәткес 46 тоннанан ашыу тәшкил иткән булған.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, тикшереү барышында һөт ризыҡтарының сифатына айырым иғтибар бирелгән. 1340 төрлө ризыҡтың физик-химик күрһәткестәре, май-кислота составы ҡаралған, шуларҙың 10,1 процентының тейешле талаптарға яуап бирмәүе асыҡланған. Ашамлыҡтың 76 төрө май-кислота составы йәһәтенән ялған икән.
2015 йылда төбәктә 1310 ризыҡта антибиотиктарҙың булыу-булмауы йәһәтенән лаборатория тикшереүе ойошторолған. Атап әйткәндә, ит ризыҡтары, балыҡ, йомортҡа, һөт, бал тикшерелгән. Ашамлыҡтарҙың 0,3 процентында антибиотиктар барлығы асыҡланған.
Сирләмәйем тиһәң, аҙыҡ-түлекте һыналған һатыусыларҙан, рөхсәт ҡағыҙы булған кибеттәрҙән һатып алырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ризыҡтың сифатына ла иғтибар итеү шарт.


Вернуться назад